+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ерҙең гүзәллеге – тормошта, ә әйтәһе һүҙебеҙ йөрәктә

Республикабыҙҙа традицион йүнәлеш алған “Йөрәк һүҙе” проекты Красноусол башҡорт гимназия-интернатында ла йөрәктәрҙе елкендереп, күңелдең нескә ҡылдарына сиртеп, уйландырып гөрләп үтте. Шиғыр юлдары аша еткерелгән һүҙҙәр, фекерҙәр, теләктәр кеше күңелендә бөтөнләй икенсе төрлө тойғолар, хистәр, уйланыуҙар тыуҙырып, һине икенсе донъяға алып инә, йәшәйешкә көс биреп, аңды сафландыра. Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр генә йөрәккә барып етә. Был сарала ла бай, саф башҡорт телендә Башҡортостаныбыҙға һәм туған телебеҙгә арналған шиғырҙар яңғыраны.

Алып барыусылар Ангелина Дәүләткилдина, Айназ Мәхийәнов, Илнар Вәлиев байрамды ихлас күңелдән әйтелгән шиғыр юлдары менән асып, һүҙҙе гимназия директорының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Раушания Радик ҡыҙы Дәүләтбаеваға бирҙеләр. Ул проектта ҡатнашырға батырсылыҡ иткән атай-әсәйҙәргә, уҡыусыларға рәхмәт әйтеп, еңеүҙәр теләне.

“Йөрәк һүҙе”н шиғри рухлы, саф йөрәкле уҡыусылар Азалия Әсәнова менән Иршат Дауытов тел темаһына бағышланған шиғырҙары менән башлап ебәрҙе. Улар Рәшит Назаровтың, Мостай Кәримдең, Салауат

Әбүзәровтың шиғырҙарын яратып уҡыйҙар икән. Киләһе бәйгесе – республика кимәлендә үткән шиғри бәйгелә ҡатнашып, уңыштарға өлгәшкән оҫта һәм тапҡыр, ижади һәм сәсән телле, рухлы һәм бай күңелле өләсәй – Гөлшат Акрам ҡыҙы Вәлиева ейәне Тимур Мирхәйҙәров менән телде һаҡлау темаһына “Яңы сыҡҡан китабым ҡулымда” тип аталған шиғырын башҡарҙы, “телебеҙҙе ҡалдырайыҡ нәҫел-ырыуға” тигән һүҙҙәре һаман да ҡолаҡта сыңлап тора кеүек.

1-се класс уҡыусыһы Арина Ямғурова әсәһе Алина Сала-уат ҡыҙы Әбделмәнова менән Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын башҡарып, сығыштары туған телебеҙгә һөйөү булып яңғыраны. 1-се класс уҡыусыһы Асман Искәндәров та атаһы Таһир Тимерхан улы менән бөйөк шағир Рәми Ғариповтың һәр кем яратҡан шиғырын әҙерләгән. Карина Миһранова өләсәһе Миңзәлә Әнүәр ҡыҙын сәхнәгә алып сыҡҡан. Ижад һөйөүсе, былтыр ҙа ошо бәйгелә ҡатнашҡан Вәрисә Шәйхетдин ҡыҙы Кәлимуллина ейәне Әмир һәм ейәнсәре менән Зөлфиә Ханнанованың шиғырын сәхнәгә сығарҙы. 3-сө класс уҡыусылары Дилә Ҡорманғолова һәм Диана Рогожина ла тел темаһына шиғыр һайлағандар. Туған телгә, илгә, туған халҡына мәҙхиә йырлаусы сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдина ейәнсәре Линара Иҙрисова менән сығыш яһаны. Әсәле-ҡыҙлы Регина Рөфҡәт ҡыҙы һәм Полина Анисимованың да сығыштары күркәм булды. Алһыу һәм Фирүзә Хөрмәт ҡыҙы Әбделмәновалар М.Ғафуриҙың “Гөлдәр баҡса-һында” шиғырын дикция, актерлыҡ һәләте яғынан да оҫта башҡарҙылар. КБГИ тәрбиәсеһе Рим Әнүәр улы Рәхимов уҡыусыһы Илнар Вәлиев менән Рәми Ғарипов һәм яҡташыбыҙ Салауат Әбүзәровтың шиғырҙарын йөрәк һүҙе итеп тамашасыларға ишеттерҙеләр. Ислам Латипов әсәһе Гүзәл Йәнүр ҡыҙы менән быйыл да ошондай рухлы бәйгелә ҡатнашып, тамашасыларҙы һоҡландырҙылар. Раушания Радик ҡыҙы Дәүләтбаева Зөлхизә ҡыҙы менән күңел биреп әҙерләнгәндәр. Динис Шәмсетдинов менән Азалия Йомағолова Мостай Кәримдең “Россиянмын” шиғырын матур итеп һөйләнеләр. 4-се класс уҡыусылары Алтынай Нәзирова, Илшат Ҡотов, Искәндәр Ҡәҙерғолов, Азалия Әминева, Зарина Ғималетдинова, Айҙар Ишемйәровтың сығышы ла был сараны биҙәне.

Сығыштарҙың барыһы ла йөкмәткеле, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә ине. Әсәй-өләсәйҙәрҙең сәхнә костюмында сығыш яһауҙары ла конкурсты йәмләне. Конкурс шарттары буйынса иң-иңдәр ҙә баһаланды. Шиғриәт байрамын ҡарап, һығымталар эшләүсе

район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Альбина Булат ҡыҙы Басирова, КБГИ-ның башланғыс кластар уҡытыусыһы Айгөл Фәрит ҡыҙы Ғәлләмова, мәҙәниәт усағы хеҙмәткәре Фәнзил Фаил улы Ғәлинға еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булмағандыр. 1-се урынға аталы-уллы Искәндәровтар лайыҡ булһа, 2-се урынға әсәле-ҡыҙлы Дәүләтбаевалар, Әбделмәновалар һәм ейәне Тимур менән Гөлшат Вәлиева, 3-сө урынға ейәнсәре менән Фәүзиә Ҡотлогилдина, ейән-ейәнсәре менән Вәрисә Кәлимуллина, әсәле-ҡыҙлы Регина һәм Полина Анисимовалар еңеүсе тип табылһа, “Туған телгә мәҙхиә” номинацияһына уҡыусыһы менән Р.Рәхимов, “Илһөйәрлек” номинацияһына ейәнсәре Карина менән Миңзәлә Миһранова, әсәле-уллы Латиповтар лайыҡ булды. “Йөрәк һүҙе”ндә ҡатнашыусы уҡыусыларҙың һәр береһенә номинациялар буйынса дипломдар тапшырылды.

“Йөрәк һүҙе”ндә булған һәр кем ошондай йәнле, фәһемле, рухлы кисәне ойошторғандары өсөн гимназия хакимиәтенә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Эльвира Сәхиулла ҡыҙы Ҡунафинаға, Миләүшә Миңнулла ҡыҙы Рәхимоваға рәхмәтле булып, үҙҙәренә илһам, дәрт-дарман алып таралғандарҙыр тип ышанғы килә.


Читайте нас: