+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Килендәр ярышты

Яҙ, ҡатын-ҡыҙ, гүзәллек – бер-береһенән айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Яҙҙың ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән башланыуы, ошо мәлдәрҙә төрлө бәйгеләр үтеүе ҙур мәғәнәгә эйә. Байрам уңайынан беҙҙең Ибраһим ауыл клубында ла матур кисә булып үтте.

Унда ошо ауылға төшкән килендәр: Гүзәл Исҡужина (Әлшәй районынан), Зифа Рәхмәтуллина (Архангел районы), Рима Төхвәтуллина (Яҡтыкүл ауылы) ҡатнашты. Был байрам сараһын Фирүзә Әбделмәнова йәнле итеп алып барҙы.

Иң тәүҙә һәр береһе үҙҙәре менән таныштырып, мода, аш-һыу, йыр-бейеүҙә оҫталыҡтарын күрһәттеләр, пародиялар ҙа бик урынлы булды. Ауыл халҡы килендәрҙең уңғанлығын, эшкә маһирлығын күреп һоҡланды. Шулай итеп, 1-се урын Гүзәл Исҡужинаға, 2-се урын Зифа Рәхмәтуллинаға, 3-сө урын Рима Төхвәтуллинаға бирелде. Ярыш концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Әсәйҙәргә, ҡатын-ҡыҙҙарға арнап матур шиғырҙар уҡылды. Рәйлә Йәмғүрова, Глүзә Исҡужина, Рәүф Рәхмәтуллиндың, Дания Лоҡманованың ҡыҙы менән башҡарыуындағы йырҙар күңелгә хуш килде. Бәләкәй артистар Алһыу, Арина ла әсәйҙәренә арнап йыр башҡарҙы. Алһыу Әбделмәнова башҡорт, рус бейеүҙәре менән дә һәр концертта тамашасыларҙы таң ҡалдыра. Илшат Баҡыевтың сығышы ла барыһына ла оҡшаны. Музыкаль яҡтан Данил Ғәлиуллин йәнле итеп биҙәне. Кисәлә һәр бер сығыш көслө алҡыштарға күмелде. Был саранан ҡатнашыусыларға иҫәнлек-һаулыҡ, ижад ҡомары теләп, илһам, дәрт, күтәренке кәйеф алып таралдыҡ.


Читайте нас: