+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мәҙәни тормош гөрләй

Халыҡтың мәҙәни ялын ойош-тороу, төрлө саралар уҙғарыу буйынса мәҙәниәт өлкәһендә ҙур эштәр башҡарыла. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан был өлкәләге уңыштар, йыл һуҙымында башҡарылған эштәр, алдағы бурыстар тураһында һөйләүен һорап район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Елена Викторовна СОКОЛОВАға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға.

-Район мәҙәниәт тармағында бөгөнгө көндә 150 кеше хеҙмәт итә. 38 ауыл мәҙәниәт йорто һәм клубы, район мәҙәниәт һарайы, 25 китапхана, 3 музей – Ғафури тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы, Мәжит Ғафуриҙың һәм Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейҙары, Балалар сәнғәт мәктәбе эшләй. 13 ижад коллективы “халыҡ”, 4 коллектив “өлгөлө” исемдәренә эйә. Улар барыһы ла рухи байлығыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индерә. Быға йыл һуҙымында үткәрелгән күп кенә мәҙәни саралар, һәүәҫкәр артистарҙың район, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурс-бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулауы аныҡ дәлил. Уҙған йылда ҡурайсыбыҙ Рәмил Ҡотдосов Туймазыла үткән “Оҙон көй – 2018” бәйгеһендә ҡатнашып Гран-при алһа, “Быҙыбыт” бейеү ансамбленең урта төркөмө “Байыҡ” конкурсында Гран-при яулап, етәкселәре Илшат Хәбибуллин “Иң яҡшы етәксе” исеменә һәм шифаханаға юллама менән бүләкләнде. Фәнзил Ғәлин “Иң шәп ирҙәр роле” номинацияһына лайыҡ булды. Һәйбәт эш һөҙөмтәләре өсөн Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гәүһәр Байбулдина Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Күптән түгел район, республика, хатта сит өлкәләрҙә лә үҙҙәренең ижад емештәре менән танылыу алған Сәйетбабанан билдәле ҡурайсы һәм йыраусы, думбрасы Илһам Байбулдин “халыҡ сәсәне”, балаҫ һуғыу оҫтаһы Рәбиға Йәрмиева “халыҡ оҫтаһы” исемдәре алып ҡыуандырҙылар. Шулай уҡ “Төлкәҫ” балалар бейеү ансамбленә (етәксеһе Айгөл Буранова) һәм Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Сөмбөл” балалар театрына (Рәүилә Йәнтүрина) “өлгөлө” исемдәре бирелде. Наталья Пет-ровна Хәбибуллина “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә тәҡдим ителде.

Беҙ республика буйынса иң яҡшы унау иҫәбенә инәбеҙ. Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге һәм Ғафури ра-йон хакимиәте тарафынан ойошторолған Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, мәшһүр яҡташыбыҙ Зәки Ғиззәт улы Мәхмүтов исемендәге башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың республика конкурсы төбәк-ара кимәлгә күтәрелеп, район мәҙәниәт һарайында үтеүе лә эшебеҙҙең баһаһын арттыра тип уйлайым. Бы-йыл яңы эш урындары булдырылып, 5 белгес эшкә килде. Ауыл клубтарында һәм мәҙәниәт йорттарында, район мәҙәниәт һарайында эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең береһен маҡтап, икенсеһен төшөрөп ҡалдырып булмай, райондаштарының тормошон сағыуыраҡ, балҡышлыраҡ, дәртлерәк, рухлыраҡ итеү өсөн улар һәр береһе үҙ эшен яҡын күреп, күңел биреп башҡара.

Эшебеҙҙең төп йүнәлеше – һәүәҫкәр артистарҙы ижади берекмәләргә йәлеп итеү, халыҡтың ялын ойоштороу йәһәтенән мәҙәниәт усаҡтарында фольклор, бейеү, вокал, ҡурай, драма түңәрәктәре әүҙем эшләй. Уларҙың ҡайһы берҙәре Ҡазан, Сочи ҡалаларында сығыш яһауға өлгәштеләр. Ата-әсәләр ҙә балалары шөғөлләнһен өсөн костюм һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән ярҙам итә.

Районда Еҙем-Ҡаран, Бурлы, Табын, Сәйетбаба ауылдарында 4 моделле китапхана урынлашҡан. Шуныһы ла һөйөнөслө: быйыл Толпар, Ташбүкән, Ҡауарҙы, Йөҙимән, Яугилде, Ташлы, Үзбәк, Родина ауыл-

дарында 8 китапхана филиалдары асылды. Китапханасылар бөтәһе лә махсус белемле.

Мәҙәниәт усаҡтарын төҙөкләндереүҙә, уларҙың матди-техник базаһын нығытыуҙа ла ҙур эштәр башҡарылды һәм башҡарыла. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса Толпар, Ташбүкән ауылдары клубтарын ремонтлау ҡаралған, быйыл Ҡаранйылға ауылындағы Жәлил Кейекбаев йорт-музейына ремонт яһап, Ж.Кейекбаевҡа бронза бюст ҡуйырға ниәтләнәбеҙ. Милли- мәҙәни проект сиктәрендә Ҡауарҙы ауылында 2020 йылда 150 урынлыҡ яңы мәҙәниәт усағы, “Яңы быуын китапханаһы” проекты буйынса 2021 йылда Сәйетбабала яңы китапхана төҙөлөр тип көтәбеҙ. Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән район мәҙәниәт һарайының бөтә ҡыйығын алыштырыу ҙа алда торған ҙур эштәрҙең береһе булып тора.

Ветерандарыбыҙҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ. Улар 36 кеше. Араларында үҙ тәжрибәһен йәштәр менән уртаҡлашып, бөтә көстәрен һалып эшләп йөрөүселәр ҙә бар.

Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан барлыҡ мәҙәниәт өлкәһендә көс һалған ижади кешеләрҙе, коллегаларымды ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, яңы үрҙәр теләп ҡалам.


Читайте нас: