+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡсан Ғафури театры

Уйлата ла, моңландыра ла, йырлата ла, илата ла, күктәргә лә аштыра, хистәрҙе лә сафландыра торған урын ул – театр. Драматург, режиссер, актер берлегенең тырышлығы тамашасы күңелендә урын ала. Ғафури район мәҙәниәт йорто драма коллективы үҙенең эшен 1972 йылда башлай.

Театрға Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһын тамамлап килгән йәш белгес Әлфиә Исҡужина нигеҙ һала. Драма коллективы М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклен әҙерләп, республика смотрында еңеп сығалар. Төп роль – Тәңкәбикәне башҡарған редакция хеҙмәткәре Флүрә Садиҡова менән режиссер Әлфиә Исҡужина лауреат исеменә лайыҡ була. Спектаклде телевизорҙан да күрһәтәләр.

1974 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумының театр бүлеген тамамлап, йүнәлтмә менән ҡайтып эш башланым. Ә.Атнабаевтың “Балаҡайҙарым” драмаһын әҙерләп күп ауылдарҙа ҡуйылды. Ирле-ҡатынлы Флүрә һәм Фәнил Садиҡовтар, комсомол район комитеты секретары Рәфҡәт Ниғмәтуллин, райком инструкторы Заһира Ғәзизова, ДОСААФ рәйесе Әмир Шәмсетдинов, урындағы радио тапшырыуҙар хәбәрсеһе Шәүрә Түзбәкова, район ҡулланыусылар союзында эшләүсе Фәнил Мәҡсүтов, агроном Хәйҙәр Зыязетдинов, мәҙәниәт йортонан Алфира Әмирова, Миңнура Шириязданова, Флүр Ғәйнуллин, Миңлеғәли Зәйнешев оҙаҡ йылдар спектаклдән-спектаклгә ҡатнашып, драма түңәрәгенең төп таянысы булдылар. X.Ибраһимовтың “Зәңгәр шәл”ен, Ә.Атнабаевтың “Игеҙәктәр” комедияһын сәхнәләштереү яны эҙләнеүҙәр, табыштар осоро булды. Сөнки театрға яңы көстәр: Розалия Ғафарова, Муса Мөхәмәтйәнов, Венера Әмирханова, Хәлиҙә Мәҡсүтова, районға яңы килгән ауыл хужалығы белгестәре Флүр Ибраһимов, Шамил Мөхәмәтйәнов, Әнүәр Муллағолов, Фәниә Усманова өҫтәлде. Коллектив тулылана, шымара бара. М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектакле 1976 йылда ла бүтән төркөм ҡатнашлығында сәхнәгә сыҡты. Төп ролдәрҙә Тәңкәбикә - Ф.Садиҡова, Дәрүиш - Ҡ.Абдрахманов, Ялсығол - Р.Ниғмәтуллин, аҡһаҡалдар - А.Юлъяҡшин, М.Зәйнешев, Аҡъегет - К.Монасипов, Зөбәржәт - Р.Ғафарова, Шәфәҡ - 3.Ғәзизова, Диуана - М.Кинйәғолов һәм башҡа бик күптәр үҙ ролдәрен яратып башҡарҙы. Тәүге йылдарҙа музыкаль яҡтан баянсылар Флүр Ғәйнуллин, Миңлеғәли Зәйнешев биҙәне. Ә декорацияларҙы Макс Ғәлиев эшләй. 1980 йылда М.Ғафуриҙың 100 йыллыҡ юбилейына “Ҡара йөҙҙәр” драмаһы әҙерләнелде. Бында уҡытыусы Әнүәр Ғәзизов - Закир, бейеүсе Рәүилә Фәхретдинова Ғәлимә ролен уңышлы башҡарҙы. 20 йылдан һуң республикала үткән “Алтын тирмә” фестиваленә ошо әҫәрҙе икенсе состав менән сәхнәгә сығарылды. Был фестивалдә драма коллективы өсөнсө урын алды. Закир ролен башҡарған Хызыр Нәзиров “Иң яҡшы ирҙәр ролен башҡарыусы”, Ғәлимә ролен уйнаған Рима Шәрипова “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙҙар ролен башҡарыусы” номинациялары еңеүселәре булды. Муса ролен башҡарған Муса Мөхәмәтйәнов “Театрға бирелгәнлек” номинацияһында еңеп сыҡты.

1994 йылда Ә.Атнабаевтың “Законлы никах менән” спектаклен әҙерләп, драма түңәрәге 20 йылдан һуң Халыҡ театры тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Был спектаклде музыкаль яҡтан Алик Ғайсаров биҙәһә, Ф.Садиҡова, М.Зәйнешев, А.Әмирова, Ә.Әмиров, Ф.Әбделмәнов, Б.Йосопов, Г.Ғайсарова, И.Байбулдина, Р.Шаймарҙанов береһенән-береһе матур образдар тыуҙырҙы.

1985-1995 йылдарҙа Ә.Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” режиссер З.Зәйнешева һәм йәш белгес В.Ниғмәтуллина менән әҙерләп, Бүздәктә үткән Халыҡ театрҙарының смотрында өсөнсө урын алалар. Н.Асанбаевтың “Рәйсә-Фәйзи” драмаһында Зөһрә ролен Р.Хәбибуллина, Рәйсәне Ф.Садиҡова, Фәйзи – Ә.Ғәзизов, Сәлим – Ф.Әбделмәнов, Гөлниза – А.Әмирова, Х.Нәзиров, Н.Юлъяҡшина, Р.Шәрипова, А.Баймөхәмәтов, Ф.Монасипова һәр береһе килештереп уйнайҙар.

2003 йылда Дүртөйлө ҡалаһында үткән “Алтын тирмә” фестивалендә “Ай тотолған төндә” спектаклен ҡуйып, 2-се урын яуланыҡ. Ф.Садиҡова “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы” номинацияһына лайыҡ булды. Музыка белгесе В. Хәбибуллин “Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш” номинацияһында еңеп сыҡты.

2006 йылда Белорет ҡалаһында үткән “Алтын тирмә” фестивалендә Гран-при яуланыҡ. Әжмәғол ролен башҡарған Ә.Ғәзизов “Иң яҡшы ирҙәр ролен башҡарыусы” номинацияһында еңеп сыҡты. 2009 йылда Төбәк-ара “Алтын тирмә” фестивале үҙебеҙҙең районда үтте. Беҙ ҡунаҡтарҙы Х.Ибраһимовтың “Башмағым” спектакле менән ҡаршы алдыҡ.

Т.Миңнуллиндың “Гөргөри кейәүҙәре”, “Мөхәббәт баҡсаһында”, “Пуля” һәм башҡа бик күп әҫәрҙәрен сәхнәлә ҡуйҙыҡ. Бигерәк тә Р.Уразғолов, А.Абдуллин, Ф.Әбделмәнов, Р.Сәйфуллин, Р.Хәбибуллина башҡарған образдар тамашасы күңеленә хуш килде.

Былтыр Учалы ҡалаһында Салауат Әбүзәровтың “Йәшлеккә ҡайтыу” комедияһын яңыса “Сәйнүк ҡайнап сыҡҡансы” тип сәхнәләштереп, 2-се урын алдыҡ. Әхтәм Әбүшахманов призына республика халыҡ театрҙары фестивалендә Гран-при, Стәрлетамаҡта республика комедиялар фестивалендә ҡатнашып 2-се урын алып ҡайттыҡ. Ф.Ғәлин “Иң яҡшы ирҙәр ролен башҡарыусы” номинацияһында еңеп сыҡты.

М.Ҡунафиндың “Люксембургҡа барып ҡайтҡансы” спектаклен дә халыҡ яратып ҡараны. Яҡташыбыҙ С.Әбүзәровтың бик күп әҫәрҙәре сәхнәлә ҡуйылды. Уҙған йыл М.Багаевтың “Ҡауышалар йәрҙәр” комедияһын да халыҡ оҡшатты.

Быйылғы Театр йылы һәр ижади коллективҡа яңы уңыштар алып килер тип өмөтләнәбеҙ. Әле яңы төркөм менән әҙерләгән М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын да халыҡ үҙ итер тип уйлайым. Театрыбыҙ бәҫен юғалтмай, яңынан-яңы еңеүҙәр яулар тип ышанам. Ғафури халыҡ театрының үткән юлы маҡтауға лайыҡ, ә киләсәге тағы ла яҡты булһын.


Читайте нас: