+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ижади коллективтарҙа: БУРЛЫ

Асҡар Ғөзәйеров исемендәге татар халыҡ теат-ры С.Латиповтың “Ҡоҙалар – ҡоҙасалар” комедияһын сәхнәләштергән. Режиссеры - Әлиә Мифтахова.

Ваҡиға ҡала фатирында бара. Һәр кем мөхәббәткә ҡоролған үрнәк ғаилә ҡороу тураһында хыяллана. Яусы Сара ла шул уҡ теләктә. Уның маҡсаты мөхәббәткә һыуһаған йәш парҙарҙы таныштырып, ҡауыштырыу.

Ҡыҙҙары ҡалаға кейәүгә сығасағын белгән Рәйсә (Раушания Мифтахова), Роберт (Сабир Фәйзуллин) ҙур сумкаларға күстәнәстәр тейәп, ҡалаға буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарына киләләр. София, егеттең әсәһе, уларҙы күргәс, һушын юғалта, уның алдында тәүге мөхәббәте Роберт баҫып тора, ә бит улы Роберттан икәнен хирург булып эшләгән ире Роман (Илназ Ғәзизов) белмәй. Эштән ҡайтып кергән Романды күреп, Рәйсә лә һуштан яҙа, ҡыҙы Мадонна, баҡһаң, уныҡы икән. Шулай буталанып бөткән ике ғаилә балалары бер-береһен өҙөлөп ярата. Ярай, аҙағы ыңғай хәл ителә.

Сәхнәләге һәүәҫкәр артистарҙың бирелеп уйнауҙары беҙҙе көлдөрҙө лә, уйландырҙы ла. Бигерәк тә яусы ролен башҡарған Фәнисә Ғәлимованың уйнауы әсир итте. Һәр береһе үҙ ролдәрен бирелеп уйнаны. Яңы, йәш артистар тупланыуы һөйөндөрҙө. Бурлы театры үҫә, нығына, бәҫен төшөрмәй.
Читайте нас: