+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ижади коллективтарҙа: РОДИНА

Быйылғы Театр йылына Родина мәҙәниәт йорто Сөләймән Латиповтың “Әсә күңеле – балала...” комедияһын әҙерләгән. Тамашасылар ҙа, жюри ағзалары ла комедияны һоҡланып ҡарап ултырҙылар. Ваҡиға ауыл ерендә бара. Әлеге ваҡытта был актуаль тема, ауылдарҙа буйҙаҡ ир-егеттәр кәләш алмай 40-50 йәшкә еткәнсе атай-әсәй ояһында йәшәй.

...Ауыл инәйҙәре Зифа (Рәсимә Батыршина) менән Асия (Рима Ғилманова) улдарын башлы-күҙле итер өсөн нимә генә эшләмәйҙәр. Ауылға эшкә килгән йәш фельдшер ҡыҙ – Луизаны (Айгөл Йәрмөхәмәтова) үҙҙәренең улдарына димләп, бер-береһе менән талашышып, үпкәләшеп бөтәләр хатта.

Был комедияны үҙ эшенә мөкиббән булған клуб хеҙмәткәре Гөлнара Рәхимова әҙерләгән. Декорация, кейемдәр тура килтерелгән. Фәһем алырлыҡ, уйланырлыҡ тамаша Родина клубының оло йәштәгеләр менән әҙерләгән тәүге спектакле. Комедияла ҡатнашҡан һәүәҫкәрҙәргә рәхмәт әйтеп, киләсәктә лә дәртегеҙ һүнмәһен, тамашасыларға төрлө спектаклдәр ҡуйырһығыҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Читайте нас: