Быйыл ғинуарҙа “Арҡаҙаш” фәнде һәм мәҙәниәтте үҫтереү фонды менән Булат Йосоповтың кино мәктәбе “Ер һүҙе” исемле Беренсе халыҡ-ара кино форумын иғлан итте.
21 ғинуарҙан 4 февралгә тиклем барған махсус конкурс һынауы үтеп һайлап алынған кешеләр режиссер эше нигеҙҙәрен өйрәнеү һәм туған телендә фильм төшөрөү мөмкинлеге алды.
Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығының Башҡортостан халыҡтары һәм дәүләт телдәрен һаҡлап ҡалыу, үҫтереүгә йүнәлтелгән Гранты буйынса бойомға ашырыла.
- Республикабыҙға 100 йыл тулғанда беҙ башҡортса кино телен дә үҙләштерҙек. Әммә бер урында туҡтап ҡалырға ярамай. Эргәбеҙҙә һәләтле, битараф булмаған замандаштарыбыҙ бихисап. Уларға ижади аралашыу һәм ярҙам ғына кәрәк. БР Башлығы Гранты тап шундай мөмкинлек бирә, - ти Булат Тимер улы үҙе. – Бығаса беҙҙә бындай кино форумдары булманы. Ул приз алыу өсөн ярыш түгел, ә эш майҙансығы, унда ҡыҙыҡлы идеялар – сценарийға, ә уныһы актерҙарҙың ҡыҙыҡлы уйынына әйләнә һәм меңдәрсә тамашасы аңын балҡыта.
Кинофорумдың төп саралары 12-14 апрелдә Өфөлә үтәсәк. “Родина” кинотеатрында кино мәктәбе уҡыусыларының ижад емештәре – ҡыҫҡа метражлы фильмдар күрһәтеләсәк.
Әйткәндәй, фильмдарҙың береһе өсөн сюжеттар Красноусолда төшөрөлдө. “Икенсе һулыш” тип аталған фильмдың режиссеры - Ғәлиә Төхвәтуллина, төп ролдә – “Нур” театры актрисаһы Илгизә Муллабаева.