Бер ситтәрәк һуғыш ветераны Шәйхулла бабай (Риф Бикбаев) ултыра. Орден-миҙалдар таҡҡан бабайға күптәр ҡарап үтә. Араларында аҡса яратҡан бурҙар Флорид (Филүс Сабитов) менән Фәниә (Рәүилә Мусина) бабайҙың эс-бауырына кереп, аҡсаһын, документтарын урлайҙар. Ауылдан килгән ябай бабай нишләргә лә белмәй. Смоленскиҙа йәшәгән яуҙаш дуҫына нисек тә барырға кәрәк. Хатта орден-миҙалдарын һатып поезға билет алырға уйлай. Килеп сыҡмай. Наградалары тағылған пинжәген ҡосаҡлап, теҙләнеп: “Эх, Василий, Василек, осрашманыҡ. Хуш, бәхил бул, Василий”, - тип башын түбән эйә.