+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күңелдәргә ялҡын өҫтәүселәр

Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә мәшғүл булған бөтә ижад кешеләре, йәмғиәттең рухи үҫешенә һәм илдең мәҙәни мираҫын һаҡлауға тос өлөш индереүселәр билдәләй. Был көндө районыбыҙҙың мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр ҙә район мәҙәниәт һарайына байрам сараһына йыйылды. Үҙ эшенә һәр саҡ тоғро алып барыусылар Рәзилә Хәбибуллина менән Фәнзил Ғәлин байрам кисәһен тулыландырып, коллегаларына шиғыр юлдары аша тәбрик һүҙҙәрен еткерҙеләр.

Ҡасандыр ошо хеҙмәттә бөтә йәшлек көсөн, һәләтен, фантазияһын һалып эшләгән, әле лә эшләп йөрөгән, үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашҡан барлыҡ мәҙәниәт ветерандары сәхнәгә саҡырылып, уларға көслө алҡыштар яңғыраны, изге теләктәр әйтелде.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Миҙхәт ҡыҙы Кирамова мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен байрам менән тәбрикләне, изге теләктәрен еткерҙе һәм Яңғыҙҡайын ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Рәүилә Мусинаға муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы.

Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Елена Викторовна Соколова йыйылыусыларҙың барыһын да байрам менән ҡотлап, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән бер төркөм кешеләргә байрам айҡанлы һәм намыҫлы хеҙмәттәре өсөн “Мәҙәниәт бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Шулай уҡ Башҡортостандың юбилейына ҡарата ойошторолған “Бөйөк 100 йыл” үҙешмәкәрҙәрҙең район конкурсында 1-се урынға лайыҡ булыусылар: Миңзилә Монасипова (бейеү номинацияһында), Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле (“Инструменталь ансамбль” һәм “Бейеү-ансамбль”), Бурлы ауыл мәҙәниәт йорто коллективы (вокал-хореография), Ҡауарҙы ауыл мәҙәниәт йорто коллективы (“Боронғо йолалар”), Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто (“Театр”), Фәниә Фәтҡуллина (“Вокал-соло”), Фәниә Фәйзуллина (“Әҙәби һүҙ”), Үтәк мәҙәниәт йорто вокал ансамбле (“Вокал-ансамбль”) һәм 2-се урын алыусы Имәндәш халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле (“Инструменталь ансамбль”), Игенйылға мәҙәниәт йортоноң бейеү коллективы (“Бейеү-ансамбль”), Антоновка ауыл клубының сыуаш вокал ансамбле (“Вокал-ансамбль”), Юлиә Хәсәнова (“Әҙәби һүҙ”), 3-сө урын яулаусы Родинаның бейеү коллективы (“Бейеү-ансамбль”), Мәндем ауыл клубының вокал ансамбле (“Вокал-ансамбль”), Лидия Кузьмина (“Әҙәби һүҙ”) “Мәҙәниәт бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булдылар.

Өлкән йәштәге үҙешмәкәрҙәр төркөмөнөң “Яратам һине, тормош!” конкурсында 1-се урын алған Таһир Яхин, Имәндәш ауыл клубының вокал ансамбле, Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йортоноң “Тере һыу” фольклор ансамбле, Роза Ғөзәйерова, Йомабикә Бәшәрова, 2-се урынға лайыҡ Үзбәк ауыл клубының фольклор ансамбле, 3-сө урындағы Яугилде ауыл клубының фольклор ансамбле Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр.

- Күпме кисәләр үткәрелгән, ҡайҙарҙа сығыш яһалған - быларҙың барыһын да һанап бөтөп булмай. Иң мөһиме – сәхнәләребеҙ буш тормай, халыҡ күңел асһын, ял итһен өсөн төрлө мәҙәни саралар үткәрелеп тора. Был, әлбиттә, мәҙәниәт усаҡтары хеҙмәткәрҙәренең ал-ял белмәй эшләү һөҙөмтәһе, - тине үҙенең сығышында мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Елена Викторовна.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең байрамына Әлиә Муллагилдина, Александра Хәбибуллинаның йырҙары матур бүләк булып яңғыраны. “Быҙыбыт” өлгөлө бейеү ансамбле солисткаһы Ильвина Мөхәмәтова башҡарыуындағы “Һомай ҡош” бейеүе лә (етәксеһе И.Хәбибуллин) барыһының күңеленә хуш килде.

Киләсәктә лә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә кешеләр күңеленә ялҡын өҫтәп, дәрт биреп, сәхнәләрҙе йәмләп, арымай-талмай эшләргә яҙһын.


Читайте нас: