Оҙаҡламай Калуга, Новочеркасск, Павлов Посад, Тольятти, Яр Саллы һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, шулай уҡ Германиянан йыйылған коллегалары менән Сәйетбаба ауылына килеп тә етте. Улар башҡорт халҡының көй-моңдары, тормош-көнкүреше, биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре, милли аш-һыу төрлөлөгө менән танышты, һоҡланды. "Асанай" ансамбле сығышын бик яраттылар, сит телдәр уҡытыусыһы, тәржемәсе Әлфиә Степанова башҡарыуында халыҡ йырҙарын, И.Байбулдиндың ҡурай, думбыра моңдарын ҡат-ҡат һорап тыңланылар.