+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тереләрҙең ҡәҙерен бел...

Яҡты донъяны ҡалдырып, бер-бер артлы күренекле ижад, сәнғәт әһелдәре баҡыйлыҡҡа күсә. Улар менән оҙаҡ йылдар йәшәйешебеҙҙең нигеҙен тәшкил иткән ғәҙеллек, әҙәп, кешелеклелек, тоғролоҡ, иленә, халҡына бирелгәнлек кеүек матур сифаттар ҙа беҙҙе ташлап китә кеүек. Шәхестәребеҙҙе һуңғы юлға оҙатҡанда, уларҙы фани донъяларҙа ҡәҙерләй белдекме, йөрәк һүҙебеҙҙе еткерә алдыҡмы, тигән һорауҙар борсой.Ә тереләргә, яныбыҙҙа беҙҙең менән бергә яҡты көндө ҡыуанып ҡаршы алыусыларға, киләсәккә өмөт менән бағыусыларға күп тә кәрәкмәй, тик иғтибарлы булыу, күңел йылыбыҙ менән бүлешеү ҙә етә бит. Ошо мәҡәләм менән мин һикһән йәшен күптән артылған яҡташ яҙыусыбыҙ Рәшит Сабитовҡа райондаштарының ихтирамын һәм һөйөүен еткергем килә. Ҡулыма ҡәләм алырға әҙиптең “Ағиҙел” журналында 2018 йылдың ун беренсе, ун икенсе һандарында донъя күргән “Әсәйем сирләгәндә” тигән автобиографик повесы сәбәп булды.

Әҫәрҙә ваҡиғалар 1945 йылдың февраль аҙаҡтарынан башлана. Дүрт йыл буйы барған һуғыш ауылды бөлдөргән: һуғыш яланында ир-егеттәр ҡырылһа, тылда аслыҡтан, ауыр тормоштан бала-сағалар, ҡарт-ҡоро яҡты донъя менән хушлаша.

“Күкте ҡара болоттар ҡаплаған, бер аҙ буранлап тора. Толҡаһыҙ төн...” тип башланып киткән повесть күңелдә ауыр тойғолар уята, артабан һүрәтләнәсәк хәл-ваҡиғаларға ишара яһай.

Әсәһе, ҡасан ғына йүгереп йөрөгән ауыл ҡатыны, алдынғы малсы, ун өс йәшлек ҡыҙы, һигеҙ һәм өс йәшлек малайҙары күҙенә ҡарап түшәктә ята. Ҡайғы, ауырыу, аслыҡ өлкәндәрҙе иртә ҡартайтһа, балаларҙы иртә өлгөртә, етди уйланырға мәжбүр итә. 7-8 йәшлек Рәшит тә йәшәү, үлем, тормош тураһында фекер йөрөтә башлай. “Йәштәштәремде тәрән соҡорға күмеүҙәре мине ысынында тетрәндерҙе. “Бер ваҡыт мине лә шулай күмерҙәрме икән?” - тип уйлап, күпмелер әсенеп йөрөйөм, күҙҙәремдән йәштәр тама. Шулай ҙа иңрәп иламаҫҡа тырышам. Әммә бер аҙҙан был хаҡта онотам. Көндәлек тормош хәлдәре, иптәштәрем менән осрашыуҙар әүрәтә,” – тип яҙа автор.

Әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар аша бер-бер артлы кинокадрҙар һымаҡ һуғыш осоро балаларының көнитмеше, Бөйөк Еңеү тантанаһына сыҡҡан колхозсылар, һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан фронтовиктар, төрлө һалым, заемдарҙан бөлгән ауыл тормошо күҙ алдынан үтә, үҙ эшенә битараф ҡараған фельдшер Ахурдин, кешелекле бригадир Фатима апай, ауыр яраларҙан йәшләй генә үлеп ҡалған Ғайса, һуғыштан иҫән ҡайтып, апаһын үлемдән йолоп ҡалған Шәрифулла ағай образдары күңелдә уйылып ҡала.

Яҙыусы тыуған тәбиғәтен, йылға-күлдәрен, матур күңелле йәштәрен, ас саҡтарында йылы һүҙе, һуңғы телем икмәге менән бүлешкән ауылдаштарын йылы хистәр менән һүрәтләй һәм повесын, әсәһе ауырып ике йыл түшәктә ятҡанда, бөтә донъя мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алыусы, туғандарын бағыусы егәрле Йәмилә апаһына бағышлай.

Рәшит Сабитовтың әҫәре автобиографик характерҙа булһа ла, бөтә һуғыш осоро балаларының яҙмышына ауаздаш хәл-ваҡиғаларҙы бәйән итә. Минең инәйемдең атаһы – Ғиниәт олатайым да, Йәмилә өләсәйем тәрбиәһенә дүрт балаһын ҡалдырып, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡа китә һәм яу яланында һәләк була. Бишенсе ҡыҙы, Миңнеүәрә апайым, 1942 йылда донъяға килә, атаһының наҙынан, һөйөүенән мәхрүм булып үҫә, һөйөклө кешеһенең йөҙөн фотоһүрәттәр аша ғына күреп белә, бала сағы аслыҡ-яланғаслыҡта үтә. Бәлки, шуғалыр ҙа, өлкән быуын кешеләре оло йөрәкле, изге күңелле, һәр ваҡыт ярҙамға килергә, һуңғы телем икмәктәре менән бүлешергә лә әҙерҙәрҙер.

Һуғыш афәттәрен үҙ елкәһендә татыған, һынмаған, лайыҡлы тормош юлы үткән замандаштарыбыҙҙың береһе Рәшит Сабитовты яратҡан шағирыбыҙ, күренекле прозаик, әҙип тип таныйбыҙ икән, тимәк, был яҙыусы ижадына юғары баһа, халыҡ һөйөүенән ҡойолған һәйкәлгә тиң ихтирам.


Читайте нас: