+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
9 Апрель 2019, 13:15

“Ай тотолған төндә”

Халыҡ-ара театр көнөндә район мәҙәниәт һарайында эшләп килгән Ғафури халыҡ театры район тамашасыһын матур премьера менән ҡыуандырҙы. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын 1972 һәм 2003 йылдарҙа районыбыҙҙың мәҙәниәт йорто драма коллективы сәхнәгә сығарғайны, әле районыбыҙҙың өсөнсө быуын артистары башҡарыуында тағы ла үҙ тамашасыларын әсир итте. Был тамаша Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, режиссер Зәйтүнә Зәйнешеваның сираттағы уңышлы эше булды. Республикабыҙҙың, ил ағаһы Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейҙарына уңышлы һайланған әҫәр ҙә булып тора.

“Ай тотолған төндә” трагедияһы башҡорттарҙың боронғо көнкүрешенә ярашлы ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һүрәтләүгә арналған. Бында кешенең рухи азатлығы идеяһы үҙәктә тора. Ул замандарҙа ил-йорт, ырыу менән бейҙәр хакимлыҡ итә, илдә ырыу йолалары һәм ҡанундары, ғөрөф-ғәҙәттәре хөкөм һөрә. Шуларҙы боҙғандарҙы, азатлыҡҡа ынтылғандарҙы йола хөкөм итә.

…Тәңкәбикә йәйләүе. Ире Илмырҙа бей иҫән саҡта Байбисә булып йәшәгән, хәҙер бей-бисәгә әйләнгән Тәңкәбикә ырыу мәшәҡәттәрен хәстәрләүҙән тыш, ғәиләһе өсөн оло яуаплылыҡты ла үҙ иңенә һалған. Кесе улы Ишмырҙа үҫеп килә, уртансыһы Аҡъегет тә, бына-бына ир ҡорона инеп, һөйгәне Зөбәржәт менән ҡауышыр. Тиҙҙән Аҡ батшаға хеҙмәт иткән еренән әсәһен һәм ҡатыны Шәфәҡте тилмертеп көттөргән өлкән улы Юлмырҙа ла ҡайтып төшөр. Гонаһһыҙ йүләр Диуана өсөн дә Тәңкәбикәнең күңел йылыһы етерлек. Ырыу менән бейлек ҡылған Тәңкәбикә абруйлы, ғәҙел бейбисә булып дан алған. Ырыуҙа олоһонан алып кесеһенә тиклем уның һүҙенән сыҡмай, хөрмәт итеп торалар. Бына ошондай хөр, һил тормошта әсә кеше, йола ҡанундарына буйһоноп, үҙ балаларын фажиғәнең дә фажиғәһенә - үлемгә дусар итә. Ырыу аҡһаҡалдары йола ҡушыуы буйынса Аҡъегеткә – Шәфәҡ, Ишмырҙаға Зөбәржәт тейешлеген әйткәс, ошо ҡарарға буйһонорға мәжбүр була Байбисә. Ошо йолаға ҡаршы үҙенең мөхәббәте хаҡына Аҡъегет дау күтәрә. Егет һөйгәне Зөбәржәтте яҡлап ҡына түгел, ә ҡоллоҡҡа ҡаршы сыға. Ай тотола, әйтерһең дә кешеләрҙең күңел донъяһы ҡараңғылана. Үҙҙәренең саф мөхәббәтен, рухи азатлығын ҡурсалап баш күтәргән Аҡъегет менән Зөбәржәт ырыуҙан ҡыуыла...

Тамашасылар спектаклде бик йылы ҡабул итте. Илаған ерҙә иланы, урыны менән ихлас көлдө. Ролдәрҙе Рәзилә Хәбибуллина - Тәңкәбикә, Айрат Баймөхәмәтов – Диуана, Фәнзил Ғәлин - Аҡъегет, Эльвира Насирова - Зөбәржәт, Әнүәр Ғәзизов - Дәрүиш , Гөлфирә Бәширова - Шәфәҡ, Хызыр Нәзиров - Ялсығол, Динар Вәлиев – Ишмырҙа, Фаил Әбделмәнов - Рыҫҡол бей, аҡһаҡалдар – Рәмил Сәйфуллин,Ҡадир Ишбулдин, Ришат Уразғолов, Сапҡын – Наил Вәлиев еренә еткереп, бик оҫта башҡарҙылар. Уларҙы уңышлы тамашалары менән ҡотлап, яңы асыштар, үрҙәр теләп ҡалабыҙ.


Читайте нас: