+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
9 Апрель 2019, 13:18

Сәхнәлә - балалар

Республикабыҙҙың 100 йыллығына һәм Театр йылына арнап Балалар ижады үҙәге Красноусолдағы 2-се мәктәптең тамаша залында “Һәләтле балалар” район конкурсының “Йәш актер” номинацияһы буйынса конкурс үткәрҙе. Район мәктәптәренән ҡатнашҡан 170 баланың һәр береһе сәхнәлә үҙҙәрен тотоуҙары, костюм уйлап табыуҙары, ролдәрҙе килештереп уйнауҙары яғынан хайран ҡалдырҙы.

Конкурста быға тиклем ҡайҙалыр үҙен һынап ҡарағандары ла, беренсе тапҡыр сәхнәгә күтәрелеүсе балалар ҙа булды. Улар барыһы ла балалыҡ бер ҡатлылығы менән ихлас уйнаны. Һәр береһенең һөйләгән шиғырын, әкиәттәрҙәге ролдәрен асып бирергә тырышыуы асыҡ күренде. Улар араһынан еңеүселәрҙе билдәләү ҙә жюри төркөмөнә еңелдән булмағандыр. Был етди эште Әлфиә Насирова (Балалар ижады үҙәге методисы һәм педагогы), Елена Жаркова (мәғариф бүлеге методисы), Екатерина Гайдай (Балалар ижады үҙәге директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары), Ирина Васильева (Балалар ижады үҙәге ойоштороусыһы) атҡарып сыҡты.

Шулай итеп, “Әҙәби һүҙ” номинацияһында 4-6 йәшлектәр араһында 1-се урын Самира Сөләймәноваға (етәксеһе Эльвира Сәйфуллина, “Әкиәт” балалар баҡсаһы), 7-10 йәшлектәр араһында 1-се урын Алһыу Ғәлимоваға, 2-се Алһыу Мырҙаҡаеваға (Лариса Рәхимова, КБГИ), 3-сө урын “Көнбағыш” театр төркөмөнә (Ольга Григорьева, Балалар ижады үҙәге), Илсиә Әбделмәноваға (Лилиә Ғәлимова, Йөҙимән), 11-14 йәшлектәр араһында 1-се урын Аделина Әхмәтйәноваға (Зөһрә Исиргакова, КБГИ), 2-се урын Ләйсән Сәйетғәлиеваға (Лилиә Рәхмәтуллина, Балалар ижады үҙәге), 3-сө урын Юлия Сәғәҙиеваға (КБГИ) бирелде.

“Музыкаль спектакль” номинацияһында 4-6 йәшлектәр араһында 1-се урынды “Көнбағыш” төркөмө коллективы (“Миләшкәй” балалар баҡсаһы, музыкаль етәксеһе Татьяна Баранова, тәрбиәселәр И.А.Моисеева, С.Л.Долгополова), 11-14 йәшлектәр араһында 1-се урынды “Масленица” музыкаль-хореография композицияһы (Красноусолдағы 2-се мәктәп, 8 “А” класс, етәкселәре Светлана Рогачева) яуланы.

“Драматик спектакль” номинацияһы буйынса 4-6 йәшлектәр араһында 1-се урынға “Кәрәҙ” төркөмө коллективы (“Миләшкәй” балалар баҡсаһы, муз. етәксеһе Татьяна Баранова, тәрбиәсе З.М.Абдуллина), 2-се урынға “Ҡайынҡай” төркөмө коллективы (тәрбиәселәре Л.Т.Жигалова, З.А.Фатеева), 7-10 йәшлектәр араһында 1-се урынға КБГИ-ның 2 “А” класы уҡыусылары (етәкселәре Гүзәл Мәүлетҡолова, Альбина Ғайсина), Красноусолдағы 2-се мәктәптең 3 “А” класы (етәкселәре Ғәлиә Ғафарова, Валентина Кулагина), 2-сегә “Көнбағыш” театр төркөмө (Балалар ижады үҙәге, етәкселәре Ольга Григорьева), 2-се мәктәптең 3 “А” класс уҡыусылары (етәкселәре Ғәлиә Ғафарова), 3-сөгә Юлыҡ мәктәбенең 3-сө класы (етәкселәре Рәйфә Урманшина) лайыҡ булды. Гимназияның 3 “Б” класы (Әлфиә Вәлишина) ҡатнашҡан өсөн бүләкләнде. 11-14 йәшлектәр араһында 1-се урынды Балалар ижады үҙәге (етәкселәре Гүзәлиә Арыҫланова), 2-сене гимназияның 6 “А”, 5 “А” кластары (етәкселәре Гөлназ Мирхәйҙәрова, Саима Игелекова), 3-сөнө гимназияның 8 “А” класы (етәкселәре Алина Садиҡова) яуланы.

Екатерина Кулагина, Морат Вәлиев, Алһыу Ғәлимова, Нәркәс Вәхитоваға “Иң яҡшы роль” өсөн Дипломдар тапшырылды.

Был көндө балалар сәхнәлә сығыш яһап ҡына ҡалманы, бер-береһенең сығышын ҡарап, үҙҙәренә илһам алып, театрҙың мөғжизәле донъяһында ҡайнаны.
Читайте нас: