+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Сәхнәлә осҡон ҡабыҙыусылар

Бейеү көй, моң менән үрелеп башҡарылған хәрәкәт кемде генә, айырыуса, ниндәй баланы битараф ҡалдырһын икән? Районыбыҙҙа бейеү сәнғәте ҙур үҫеш алыуы ла шатлыҡлы күренеш.25 апрель көнө Халыҡ-ара бейеү көнө алдынан Район мәҙәниәт һарайында райондың бейеү коллективтары ҡатнашлығында “Бейеүҙәге тормош” тип аталған концерт үтте. Сара был байрамда ҡатнашыусыларҙың бай сығыштары менән үрелеп барҙы.

Алып барыусылар район мәҙәниәт һарайы хореографы Эльвира Хөснөтдинова менән “Эксклюзив” бейеү коллективтары етәксеһе Ольга Кирдеева тамашасыларҙы иң тәүҙә яңғыҙ, парлы, коллектив бейеүселәр менән таныштырҙы, ә зал тулы халыҡ уларҙың һәр береһен көслө алҡыштарға күмде. “Быҙыбыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Илшат Хәбибуллин иң бәләкәй 4 йәшлек бейеүсе малайға ҡыҙыҡлы һорауҙар биреп, уны сәмләндереп бейетеп тә алды.

Бигерәк тә Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәренән торған “Альянс” ансамбле (етәкселәре Светлана Бакаева), “Рух” әҙерлек төркөмө малайҙары (етәкселәре Илшат Хәбибуллин), “Эксклюзив”тың бәләкәйҙәр төркөмө (Эльвира Хөснөтдинова), шулай уҡ “Айгүзәл”, “Төлкәҫ” (етәкселәре Айгөл Буранова), “Быҙыбыт” (етәкселәре Илшат Хәбибуллин) халыҡ ансамблдәре башҡарған төрлө халыҡ бейеүҙәре, Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәренең “Эсперанто” (етәкселәре Айгөл Фәйзуллина) төркөмдәренең бар күңелен һалып бейеүҙәре һоҡланғыс булды.

Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Елена Викторовна Соколова бейеүселәрҙе байрам менән ҡотлап: “Йыл һуҙымында бөтә коллективтар ҙа республикала һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып һәйбәт урындар алды. Ауыл клубтарында һәм район мәҙәниәт һарайында ойошторолған һәүәҫкәр коллективтар ҙур маҡтауға лайыҡ. Сәйетбаба фольклор бейеү коллективы (етәксеһе Гәүһәр Байбулдина) һәм Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто (Рәүилә Килмөхәмәтова, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре) 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориада алдынан әүҙем эшләйҙәр. Уларға һаулыҡ, ижади үрҙәр теләйем”, - тине һәм райондың барлыҡ хореографтарына Рәхмәт хаты һәм сәскәләр тапшырҙы.

Ғафури ере таланттарға бай төбәк. Районыбыҙ ошо йәш, сағыу йондоҙҙары менән тағы ла нығыраҡ балҡып, бар йыһанға һибелерҙәр, ә хореографтар алда яңынан-яңы бейеүҙәр тыуҙырып, үҙ тамашасыларын тағы ла бик күп тапҡырҙар һөйөндөрөрҙәр әле.


Читайте нас: