+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тотош ауыл бейене

Тик бейеүҙән генә торған концерттар яңылыҡ түгел Сәйетбабала. Заманында Сәрүәрә Рәхимова аяҡ баҫҡан сабыйҙан алып донъяның әсе-сөсөһөн күп күргән апайҙарға тиклем бейеү һалыр ине. Өс быуын ҡыҙ-ҡатындарҙан “Быуындар бәйләнеше” композицияһы һаман күҙ алдында.

Хәҙер, Аллаға шөкөр, уның эшмәкәрлеген уҡыусыһы Гәүһәр Байбулдина 20 йыллап уңышлы дауам итә. Йыл һайын Бөтә донъя бейеү көнөнә үҙенсә хисап биреү концерты ойоштора ул. Быйыл байрам айырыуса киң ҡолас алды. Театрлаштырылған “Аулаҡ өй”ҙә - Сәйетбаба мәҙәниәт һәм ял үҙәге сәхнәһендә – 72 (!) кеше сығыш яһаны. 4-6 йәшлектәр иң кеселәре булһа, иң өлкәндәре - “Байыҡ” республика бейеү конкурсы еңеүселәре - 58-73 йәштәгеләрҙең “Мырҙаҡай” ансамбле. Тамашасы яратып өлгөргән “Ҡапҡа урлау”, “Шаян ҡәйнеш”, “Тыпырҙыҡ”, “Өләсәйем һандығы”, “Серле бүләк”, “Өс бүкән”, “Яулыҡ”, “Ҡоҙалар-ҡоҙасалар” күмәк бейеүҙәренән тыш, алты парҙан торған “Аулаҡ” бейеүе тергеҙелде, гармунсылар ансамбле лә бейемәй ҡалманы, “Быуындар бәйләнеше”ндә хәҙер инде дүрт быуын ҡатнашты, Ә.Степанованың “Умырзая” йырына 4-10 йәшлек сәскәләй 22 ҡыҙсыҡтың бейеүенән күҙ ҡамашты. Илһам Байбулдин ҡурайына Гәүһәр үҙе мәшһүр “Заһиҙа”ны башҡарҙы.

Күңелдәргә дәрт һалып бер тынала үткән ысын башҡорт бейеүе байрамы аҙағында ошо тиклем халыҡты ойоштороп, күпме фантазия, көс, ваҡыт талап иткән хеҙмәткә яҙмышын бағышлаған Гәүһәр Хөрмәтулла ҡыҙына ағинәйҙәр һәм “Серҙәштәр” төркөмдәре рәхмәттәр уҡып, изге теләктәр теләп, гөл-сәскәләр бүләк итте.


Читайте нас: