-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Иҫтәлеге - күңелдә, исеме - театр тарихында

Рәсәйҙә Театр йылы иғлан ителеү ваҡиғаһы халыҡ театрҙарына туранан-тура ҡағылалыр. Ни тиһәң дә театр сәнғәтенә эш урыны итеп түгел, ә күңел талабы, йөрәк ҡушыуы буйынса килә һәүәҫкәрҙәр.

Быйыл “Аҡбейек” халыҡ театры үҙ тарихында иң күп ҡатнашыусы йыйған спектакль ҡуйыуға өлгәште (30 кеше!). Әҙерлек барышында ла, һуңынан да, арабыҙҙан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иртәрәк китеп барған, әйтергә яраһа, һөнәрҙәштәребеҙҙе юҡһындыҡ. Нисек итеп уйнар ине ул был ролде, тип күҙалланыҡ, һағындыҡ...

Шуларҙың береһе – Фаил Фәхретдинов. Төп геройҙарҙы уйнарлыҡ буй-төҫ тә юҡ ине һымаҡ унда, әммә сәхнәлә унан күҙҙе алып булмай торғайны. Егерме йыл элек, тәүге тапҡыр үҙен актер булараҡ һынаған саҡта, беренсе роле менән үк “Иң яҡшы ир-егет ролен башҡарыусы” номинацияһында еңеп сыҡты. Сәйетбабалар ҡуйған “Етеле шәм” драмаһындағы роле өсөн ине ул. Бер үк ваҡытта ҡаранйылғалар ҡуйған “Айғырыңды үтескә бир” комедияһында ла төп ролдәрҙең береһен башҡарып өлгөрҙө. Аҙаҡ бер-нисә спектаклдә Фаил ағай менән бергә уйнарға тура килде. “Зәйтүнгөл”, “Ауылға ҡыҙҙар килде” йә “Аласабыр менеп кил, йәнем” булһынмы, уның менән уйнауы еңел ине, сөнки роленә яуап-лы ҡараған, ярҙамсыл, итәғәтле партнер булды. Тамашасы ла уны яратты, йырға-моңға бай кеше булғанғамы, ихласлығы, ябайлығы, әллә етди төҫ менән дә көлдөрә торған нескә юмор хисе өсөнмө...

Тормошта ла киң күңелле, изгелекле кеше булды ул. Флүрә еңгәй менән татыу ғаилә ҡороп, матур йәшәнеләр, гастроль булһынмы, башҡа сарамы, бергәләшеп йөрөнөләр, беҙгә, йәштәргә терәк булдылар.

Уйламағанда ғына, йәмле май айында, илле йәштә генә вафат булды ағайыбыҙ. Ун биш йыл элек бергә уйнаған спектаклде ҡайтанан ҡуйғанда бигерәк тә һиҙелде уның юҡлығы. Уның яҡты иҫтәлеге беҙҙең күңелдәрҙә, ә исеме “Аҡбейек” халыҡ театры тарихында мәңгелеккә һаҡланыр..
Читайте нас: