Еҙемҡарандарҙың татыу коллектив, әйтергә яраһа, команда туплай алыуҙарына аҡ көнләшеү менән көнләштем, һоҡландым. Бер ҡуйған спектакль өсөн һәр образды асыуға ярҙам итерлек, эстәлегенә килешле кейемдәр тектергән башҡа халыҡ театрын белмәйем. Сәхнәне хөрмәт итеү, шөғөлөңә бирелгәнлектер был. Декорация ла, музыкаль биҙәлеш тә драманы асыуға бик булышты. Режиссер Д.Биктимероваға һәм был ҙур коллективҡа артабан да уңыштар юлдаш булһын.