13 майҙа иһә Рәсәй Театр йылының күсмә штандартын тантаналы шарттарҙа Красноусол мәҙәниәт һарайында Дүртөйлө районы вәкилдәре ҡабул итеп алды. Театр йылы символы штандартын тапшырыу өсөн сәхнәгә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов һәм мәҙәниәт бүлеге начальнигы Елена Викторовна Соколова күтәрелде һәм Дүртөйлө район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Нәжип улы Әхмәҙиев менән мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәсим Мөхәмәтдин улы Камалетдиновҡа тапшырҙы.
- Бөгөн, ысынлап та, бик матур көн, ауырғазыларҙан ҡабул итеп алынған штандартты дүртөйлөләргә тапшырабыҙ. Шуныһы һөйөнөслө, Ғафури халыҡ театры ауырғазыларға М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһы менән сығыш яһағайны, дүртөйлөләр ҙә ошо уҡ спектакль менән килгән. Ғафури халыҡ театры артистарының бик матур сығыш яһауҙарына һоҡланғайным. Былтыр халыҡ театрыбыҙ Учалы районында уҙған “Алтын тирмә” конкурсында 2-се урын яуланы, Ә.Әбүшахманов призына Гран-приға лайыҡ булды. Райондағы 5 халыҡ театры ла уңышлы эшләп килә, артабан да шул юҫыҡта дауам итегеҙ, - тине Фәнзил Сыңғыҙов.
- Ғафури районы халҡына Дүртөйлө еренең, хакимиәт башлығының сәләмдәрен еткерәбеҙ. Һәм беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа артабан штандартты Кушнаренко районына тапшырасаҡбыҙ, - тине Дүртөйлө район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Әхмәҙиев. Һәм сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре яҙған картинаны бүләк итте. Ә Дүртөйлө халыҡ теат-ры ғафуриҙар хөкөмөнә “Ай тотолған төндә” трагедияһын тәҡдим итте.
Сара барышында Өфө ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар – Башҡортостандың халыҡ артистары Сара Ғәбделхәй ҡыҙы Буранбаева, Александр Владимирович Кузьменко сығыш яһаны. Республика Халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе Тәнзилә Сәғит ҡыҙы Ҡалмырҙина Театр символикаһы – штандарты район-ҡалалар буйлап күсеп, ниһайәт, Ғафури районына ла килеп етеүен билдәләне. - Бөгөнгө тарихи көн шуныһы менән әһәмиәтле, әлегә йәйге каникулға туҡтап тороп, артабан дүртөйлөләр штандартты 10 сентябрҙә Кушнаренко районына тапшырасаҡтар. Театр йылы халыҡ театрҙары, режиссерҙары өсөн тәжрибә уртаҡлашыу, дуҫтар менән осрашыу, яуаплылыҡ тойғоһо кисереү булып торһа, ә тамашасылар өсөн ул күңел байрамы. Был байрамды ойошторған Ғафури район хакимиәтенә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Фестиваль Өфөлә 10 декабрҙә тамамланасаҡ.Унда республиканың барлыҡ халыҡ театрҙары (бөтәһе - 214) ҡатнашасаҡ һәм сәхнәлә сығыш яһағандарҙың барыһы ла лауреат Дипломы менән бүләкләнәсәк, - тине Тәнзилә Сәғит ҡыҙы. Һәм Ғафури халыҡ театрына Диплом тапшырып үтте.
Байрам сараһы дүртөйлөләрҙең спектакле менән тамамланды. Шулай итеп, Театр йылы штандарты Дүртөйлөгә күсте.