-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Мулла” спектакле һоҡландырҙы

Юлыҡ мәҙәниәт йорто Театр йылына Т.Миңнуллиндың “Мулла” драмаһын әҙерләгәндәр. Спектаклдең “Мулла” тип аталыуы уҡ күп нәмә вәғәҙә итә, иман нуры, рухи сафлыҡ тупланған драма был.

Спектаклдең төп геройы мәҙрәсә тамамлап ауылға мулла булып килә. Әсфәндийәр ҡала егете, өләсәй-олатай тәрбиәһендә үҫкән. Ауылда төрлө кешеләргә тап була ул, егәрле, тырыштар ҙа, аҡылы томаланған, бар рәхәтлекте араҡыға алыштырғандар ҙа, бер ҡайҙа ла эшләмәй, йәштәрҙе ҡурҡытып торғандар ҙа бар.

Ҡаланан килгән мулла Әсфәндийәргә ҙур вазифа йөкмәтелә: халыҡты дөрөҫ юлға баҫтырыу, иманлы, тәртипле йәштәр тәрбиәләү. Әлбиттә, кешеләргә иман нуры индереү бер көнлөк эш түгел. Әкренләп йәш мулла халыҡтың күңелен уята. Изге күңелле Мөслимәнең ейәндәре лә мәсеткә ылыға. Ейәндәрен тәрбиәләп үҫтергән ипле ҡатын образын Г.Яҡупова оҫта башҡарҙы. Бандит Эльбрус (Г.Ғәлиәскәров) мулланың рухи донъяһы ҡаршыһында үҙенең көсһөҙлөгөн таный. Хатта күңеле ҡатҡан Вәлиәхмәткә лә (В.Юлмөхәмәтов) иман нуры индерә. Мулла (Р.Ҡасҡынов) саф күңелле Нәлимә (Н.Ҡасҡынова) менән ғаилә ҡора.

Юлыҡ һәүәҫкәрҙәре был фәһемле, уйланырлыҡ спектаклде бик килештереп уйнаны. Музыка биҙәлеше, декорациялар спектаклде тулыландырҙы. Ҡарт мулла Сәләхетдин (М.Хәсәнов), эскесе Бәҙретдин (К.Мөхәмәтҡолов), Гөлназ (Г.Юлмөхәмәтова), Рәйсә (Э.Яҡшыбаева), шулай уҡ ауыл егеттәре Т.Хәсәнов, К.Мөхәмәтҡолов һәм балалар килештереп сығыш яһанылар.

Театрға булған мөхәббәт уйланырлыҡ, фәһем алырлыҡ тамаша тыуҙырған. Һәүәҫкәр артистар һәләтлеләр, сағыуҙар, уларға ҡарап һоҡланыуыбыҙ артты, рәхмәт уларға.


Читайте нас: