Сәйетбабалар С.Суринаның Сәйетбаба ауылының 300 йыллығына арнап яҙған “Аласабыр менеп кил, йәнем” драмаһын яңы состав менән әҙерләгәндәр. Спектаклде Илһам Байбулдин музыка менән бик оҫта биҙәгән. Бай тарихлы, үҙенсәлекле халыҡ ижады булған төбәктең үҙенә хас уйындарын эсенә алған спектаклдән тамашасы бик ҡәнәғәт ҡалды. Тамашаға өс тиҫтәгә яҡын һәүәҫкәр артист йәлеп ителеүе маҡтауға лайыҡ.
А.Ғөзәйеров исемендәге Бурлы халыҡ театры С.Латиповтың “Ҡоҙалар-ҡоҙасалар” комедияһын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Сәхнәләге һәүәҫкәр артистарҙың бирелеп уйнауҙары тамашасыны көлдөрҙө лә, уйландырҙы ла. Яңы йәш артистар тупланыуы һөйөндөрҙө.
Яңғыҙҡайын ауылының “Мираҫ” халыҡ театры йылдағыса тырышып әҙерләнгән. Д.Сәлиховтың “Үтеп барышлай” драмаһын һәүәҫкәрҙәр ҙур оҫталыҡ менән асып бирҙе.
Шулай уҡ был смотрҙа Юлыҡ, Табын, Игенйылға, Үтәк, Родина, Ҡотлоғужа мәҙәниәт йорттары ҡатнашып, матур спектаклдәр ҡуйыуы шатлыҡлы күренеш булды.
Ғөмүмән, тамашасылар күңеленә хуш килгән спектаклдәрҙе әҙерләүҙә бөтә оҫталығын биргән режиссерҙар: Д.Биктимерова, А.Юлбарисов, Р.Мусина, Ә.Мифтаховаға афарин! Шуныһы ҡыуандырҙы: театр коллективтары ниндәй генә ҡыйынлыҡ булмаһын, кәйеф төшөрөп йөрөмәнеләр, киреһенсә, сәмләнеп, дәртләнеп ижад иттеләр. Ә тамашасы спектаклде көслө алҡыштарға күмеп, тырышлыҡтарына ыңғай баһа бирһә, ихлас рәхмәт һүҙен ишеттерһә, сәхнә кешеһе өсөн шунан да ҙур ҡыуаныстың булыуы мөмкин дә түгел.
Шулай итеп, халыҡ театрҙары араһында Ғафури халыҡ театры конкурстан тыш М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклен күрһәтте. 1-се урынға “Ҡараншишмә” халыҡ театры (режиссеры – Д.Биктимерова), 2-се урынға “Аҡбейек” халыҡ театры (реж.- А.Юлбарисов), 3-сө урынға “Мираҫ” (реж. – Р.Мусина), А.Ғөзәйеров исемендәге Бурлы халыҡ театры (реж. – Ә.Мифтахова) лайыҡ булды.
Мәҙәниәт йорттары драма коллективтары араһында урындар түбәндәгесә бүленде:
1-се урын – Юлыҡ мәҙәниәт йорто (Т.Миңнуллин “Мулла”, режиссеры – Н.Ҡасҡынова), Родина ауыл клубы (С.Латипов “Әсә күңеле балала”, реж. - Г.Рәхимова).
Балалар спектаклдәре араһында:
2-се урын – Табын мәҙәниәт йорто (“Кошкин дом”, реж.- Н.Хәбибуллина), Игенйылға ауыл клубы (М.Кәрим “Оҙон-оҙон бала саҡ”, реж. - З.Сәйетбатталова);
3-сө урын – Үтәк ауыл клубы (“Красная шапочка на современный лад”, реж.- Ә.Фәйзуллина), Ҡотлоғужа ауыл клубы (“Үгәй ҡыҙ” әкиәте, реж. – А.Кәримова).
Номинациялар буйынса “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” – Рәзилә Хәбибуллина (Ғафури халыҡ теат-ры), “Иң яҡшы әсә роле” – Рәүилә Килмөхәмәтова (“Ҡараншишмә”), “Иң яҡшы ир-егет роле” – Риф Бикбаев (“Мираҫ” ), “Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” – Ф.Ғәлимова (Бурлы ауылы), “Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле” – Айрат Баймөхәмәтов (Ғафури халыҡ театры), “Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш” – Радик Иҫәнғәлин (Ғафури халыҡ театры), “Иң характерлы роль” - Вәкил Юлмөхәмәтов (Юлыҡ), “Иң яҡшы дебют” – Фәнзилә Йәнешева (“Ҡараншишмә”), “Өмөт” – Илһам Ғиззәтуллин (“Ҡараншишмә”), Динар Вәлиев (Ғафури), “Театрға тоғролоҡ” – Әнүәр Ғәзизов (Ғафури), Риф Ихсанов (“Ҡараншишмә”) еңеү яуланы.
Республика Халыҡ ижады үҙәгенең Маҡтау грамоталарына 50 йәшлек юбилейы айҡанлы Рәзилә Хәбибуллина бүләкләнһә, Халыҡ театрҙарының атҡаҙанған артисы исемдәренә Венер Ғәбдиев, Дамир Биктимеров, Риф Бикбаев (“Ҡараншишмә”), Рәйлә Сабитова, Хөснә Заһиҙуллина (“Аҡбейек”), Айрат Баймөхәмәтов, Эльвира Насирова, Фәнзил Ғәлин (Ғафури), Фәнисә Ғәлимова (Бурлы) лайыҡ булды.