-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Таң ҡыҙы

“Иртән иртүк торорға кәрәк, Хоҙай барыһын да өйөп бирә”, - тигән ололарҙың һүҙенә тағы бер тапҡыр инанырға тура килә. Тирә-йүн йәшеллеккә төрөнөп, береһе артынан икенсеһе күкрәп сәскә атҡан, ҡоштар шатланып һайрашҡан мәлдә Бурлы ауылында йәшәүсе Рәүсилә менән Рәйес Хисмәтуллиндарҙың икенсе ҡыҙҙары донъяға ауаз һала. Таң менән өйҙә тыуған балаға Аллаһы Тәғәлә лә барыһын да үлсәп тормай, биргән дә ҡуйғандыр инде. Һомғол буй, нурлы йөҙ, сибәрлек, янып торған күҙҙәр, һандуғас моңло тауыш, бейеп торған аяҡтар, бәйләп-сигеп нимәлер тыуҙырған ҡулдар - былар барыһы ла Красноусол мәҙәниәт һарайының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы, актеры, йырсыһы, бейеүсеһе Рәзилә Рәйес ҡыҙы Хәбибуллина тураһында.

Бындай кеше сәхнә өсөн генә тыуған кеүек. Бурлы мәктәбендә 10-сы класты тамамлаған ҡыҙ күп уйлап тормай, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумының хореография бүлегенә документтарын тапшыра. Ҡояш кеүек янып торған ҡыҙ уҡырға уңышлы кереп, бында күңел биреп уҡый. 1988 йылда ҡулына диплом алған Рәзилә Рәйес ҡыҙын Бурлы мәҙәниәт йортона директор итеп тәғәйенләйҙәр. Төрлө идеялар менән янып эш башлаған белгес район үҙәгендә лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. 1989 йылда яңы төҙөлгән “Айгүзәл” ансамбленә эшкә саҡыралар һәм бында ул1996 йылға тиклем эшләй. Һуңынан 12 йыл методик бүлек мөдире булып хеҙмәт итә. Район үҙәгендә үткән төрлө мәҙәни сараларға күңел һәм рух байлығын һалып сценарийҙар яҙа, уларҙы күпселек үҙенә алып барырға тура килә. Бер сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй тиһәң дә була.

Бөгөнгө көндә Рәзилә Рәйес ҡыҙы яратҡан эшендә мөкиббән китеп эшләй. Һәр көнө, минуты эш менән мәшғүл, сәхнә тәжрибәһе лә ярҙам итә уға. Әле яңы ғына Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһында төп ролде – Тәңкәбикәне башҡарып барыһын да таң ҡалдырҙы. “Һеҙҙең өсөн йырлайым мин, ошо Красноусолда” тип йырлап ебәрһенме, яҙын ярҙарынан урғылып сыҡҡан йылғалай моң ағыла уның күңеленән, кәрәкһә осоп ҡунып бейеп тә ала.

- Беҙҙең эш байрамдан тора. Тамашасы өсөн кәйефең һәр саҡ күтәренке, уйҙарың яҡты, эске донъяң күркәм булыуы кәрәк. Эш башлаған осорҙо әлеге менән сағыштырып булмай, әлбиттә, хәҙер матур биҙәлгән сәхнәләр, костюмдар төрлө-төрлө, аппаратуралар төҙөк. Ролдәремдең барыһы ла ҡәҙерле, һәр бер тәғәйен эште күңелгә яҡын алып, күңел биреп башҡарам. Өйҙә лә һүҙҙәрен ятлап йөрөйөм, репетицияларҙы ҡалдырмайым. Тормош иптәшемә рәхмәтлемен, ул үҙе лә сәнғәт кешеһе булараҡ өйрәтә, ярҙам итә. Ғаиләлә өс ҡыҙ үҫтек. Рәйлә апайым иптәше Рауил менән атай-әсәй урынына ҡалған кешеләр, улар беҙгә ҙур терәк-таяныс. Рәйсә һеңлем тормош иптәше Мәжит менән 4 бала тәрбиәләп, матур итеп йәшәп яталар. Оҙаҡ йылдар туй, юбилейҙар, төрлө байрамдарға тамада ла булып йөрөнөм, һөйләү оҫталығым халыҡҡа оҡшай. Тәрән мәғәнә һалынған йырҙарҙы үҙ итәм, - тип үҙенең эше һәм тормошо тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте мәҙәниәт өлкәһендәге киң профилле белгес Рәзилә Рәйес ҡыҙы Хәбибуллина.

Һәләт кешегә тәбиғәттән, Аллаһы Тәғәләнән биреләлер. Ул ниндәйҙер бер мөғжизә менән атай-әсәйҙән дә тапшырыла. Рәзилә Рәйес ҡыҙына ла йыр-бейеүгә һөйөү атаһынан күскән. Ә инде ошо һәләтте үҫешергә ярҙам иткән тормош иптәше Винерҙың оҫта музыкант булыуы яҙмыш ҡушыуылыр. Уларҙы ошо сәхнә осраштыра ла инде. Винер Зиннур улы әле “Красноусол” шифаханаһында эшләй, ҡатынының йырҙарына үҙе аранжировкалар яһай. Баҫҡан ерендә осҡон сығарыр ут кеүек ҡыҙ менән баҫалҡы, аҙ һүҙле, уйлап һөйләр егет тормошта ла, сәхнәлә лә тап килгәндәр. Уларҙы бергә эшләгән иптәштәре лә: “Береһе ут булһа, икенсеһе һыу”, - тип атай. Моңға сорналған ғаиләлә өс бала – Марсель, Әлиә, Айҙарҙы тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Әлиә, кейәүҙәре Азат уларға ейәндәре Тимурҙы бүләк итеп, өләсәй-олатай булыу роленә лә индергәндәр.

Рәзилә Рәйес ҡыҙы буш ваҡыттарында бәйләргә ярата. Уның бәйләгән әйберҙәре үҙе бер сәнғәт өлгөһө. Башлыҡ, бейәләй, башалтайҙарын да, Интернетта нимә күрә бәйләп ҡарай. Һоҡланғыс бер әйбер килеп сығыуына күңелендә рәхәтлек тоя.

Тәрән хисле булғанға ла күңел кисерештәрен, йөрәк йылыһын тамашасыһына аҙ өләшмәне Рәзилә Рәйес ҡыҙы. Үҙенең тырышлығы, ныҡышмалылығы менән һәләтен бар яҡтан асҡан йырға-моңға талантлы гүзәл зат бөгөн дә иртә менән тороп тәҙрә төптәрендә гөрләп үҫеп ултырған гөл-сәскәләренә һыу һипкәс, иртәнге ҡояш нурҙарына бағып, алтын юбилейы алдынан барыһын да күҙ уңынан үткәрҙе. “Ә бит үтелгән йылдар бушҡа булмаған”, - тип уйлап, ҡабаланып яратҡан эшенә юлланды.
Читайте нас: