“Китапханала 2011 йылдан бирле эшләйем, ситтән тороп Өфө китапхана техникумын тамамланым. Китапхана фондында 15 мең китап бар, тиҫтәнән ашыу матбуғат баҫмаһы алдырабыҙ. 2013 йылда Туғай ауылы китапханаһы беҙгә күсеү сәбәпле, хәҙер унда күсмә китапхана менән үҙем барып халыҡты хеҙмәтләндерәм. Шулай уҡ китапханаға килә алмаған оло кешеләргә, инвалидтарға китаптарҙы йорттарына алып барам. Балалар баҡсаһы, башланғыс мәктәп, ауыл клубы менән тығыҙ бәйләнештә эшләп, “Сәләмәтлек сәғәттәре”, төрлө байрамдар, класс сәғәттәре үткәрәм. Китапханалағы “Ҡояшҡай” ҡул эштәре түңәрәгенә балалар теләп йөрөй. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ та ауылдың, биләмәнең ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашам. 2019-2020 йылдарҙа моделле китапхана итеп йыһазландырыу планына индерелеүе беҙгә тағы ла ҙурыраҡ мөмкинлектәр асыр тип ышанам,”- ти Гөлназ Әнүәр ҡыҙы.
Уңған хеҙмәткәр генә түгел, донъяһын бына тигән итеп көткән тилбер хужабикә лә Гөлназ. 20 йылдан ашыу мал табибы булып эшләгән тормош иптәше Наил менән 4 балаға ғүмер биреп, ҡура тултырып мал бағып, баҡса үҫтереп йәшәй улар. Бынан 11 йыл элек дәүләт ярҙамы менән кирбестән ике ҡатлы матур, иркен йорт бөтөрөп ингәндәр. 8 һыйыр малы, 7 ат, иҫәпһеҙ ҡош-ҡорт аҫрап, йыл һайын 50-ләп ҡаҙ үҫтереп, ит-һөт продукцияһын һатып та өлгөрәләр.
Бына шулай, киләсәккә яҡты пландар ҡороп, һөнәренән йәм һәм ғәм табып эшләй ауыл китапханасыһы.