Бәйге уҡыусы балалар һәм башҡорт теле уҡытыусылары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусылары бик теләп ҡатнаштылар, шулай уҡ Красноусолдағы 2-се, 3-сө мәктәптәрҙән, Үзбәк һәм Яугилде ауылы мәктәптәренән йәш ижадсыларыбыҙ үҙҙәренең эштәрен уҡытыусылары ярҙамында бәйгегә ебәрҙеләр. Бәйгелә 62 уҡыусы ҡатнашты. Һәр эш “Сәсән тауышы” төркөмөндә авторҙарҙың фотоһы менән донъя күрә барҙы. Был үҙе үк бер дәртләндереү сараһы булып торғандыр тип уйлайым. "Бәйләнештә" селтәрендә 1ай буйы дауам иткән бәйге барышында “Ҙурайғас кем булам?”, “Олатайым әйтә миңә...”, “Өләсәйҙә ҡунаҡта “, “Тыуған илем – Башҡорт иле, тыуған телем – Башҡорт теле!”, “Әкиәт донъяһында” номинацияларына “Ҡобайыр” һәм “Инша” номинациялары өҫтәлде.
Бүләкләү сараһында уҡыусыларға сәсәниә булараҡ әйтәһе һүҙҙәремде, теләктәремде еткерҙем.
-Уҡыусылар, һеҙ - Башҡорт милләтенең киләсәге! Милләтте һаҡлау өсөн үҙ милләтебеҙ егете һәм ҡыҙы менән ғаилә ҡороғоҙ! Балаларығыҙҙың телен үҙ телебеҙҙә асығыҙ, буласаҡ ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ менән башҡорт телендә һөйләшегеҙ! Бәйгегә матур шиғырҙар, иншалар, хикәйәләр ҙә яҙғанһығыҙ, бик матур әкиәттәр, ҡобайырҙар ҙа бар, әйтештәргә тартым ижадтар ҙа осрай. Киләсәктә Мәжит Ғафури, Гөлнур Яҡупова, Салауат Әбүзәр, Мөнир Ҡунафин һәм башҡа ижади шәхестәрҙе алыштырыр кешеләр, буласаҡ яҙыусылар тап һеҙҙең аралалыр. Вәлиулла Ҡоломбәт кеүек сәсәндәр ҙә ултыралыр әле арағыҙҙа. 20 шиғри китап авторы, үҙешмәкәр шағир Вилдан Шәрипов бабайығыҙға тиңләшеүселәр ҙә табылыр. Ҡулығыҙға алған Илһам ҡәләмен төшөрмәгеҙ, яҙығыҙ, яҙышығыҙ! Ижад емештәрегеҙҙе "Табын", “Йәншишмә” гәзиттәренә, “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдарына ебәрегеҙ. Алдағы ижадығыҙҙа барығыҙға ла уңыштар теләйем!
“Йәйғор нурҙары” тип аталған йомғаҡлау сараһында еңеүселәргә бүләктәр һәм Дип-ломдар тапшырылды. Бәйгелә ҡатнашҡан уҡыусыларға, уларҙың уҡытыусыларына, йомғаҡлау сараһын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ярҙам итеүселәргә оло рәхмәтемде белдерәм.
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА – АЛТЫНБИКӘ,
Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе.