-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Берҙәмлек” туҡыусыларҙы йыйҙы

2020 йылда үтәсәк бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә Башҡортостаныбыҙҙа “Берҙәм-лек” халыҡ-ара фестивале бара. Быйыл Әлшәй районында сираттағы аҫалы балаҫ һуғыусылар конкурсы ла ошо сараға бәйле үткәрелде.

Беренсе тапҡыр балаҫ һуғыу конкурсы эш барышында уҙғарылғайны, йәғни оҫталар әҙер эштәре менән генә килмәнеләр, ә сара барышында станоктарҙа туҡып ултырҙылар. Әйткәндәй, оҫталарҙың эш алымдары ғына түгел, ҡорамалдарҙың күп төрлөлөгө лә күҙгә ташланды. Традицион урын ағаслы ғына түгел, өҫтәл өҫтөнә ҡуйып эшләрлек бәләкәйҙәр ҙә, махсус билбау туҡыу өсөн тар ғынаһы ла, шымарып бөткән боронғо ла, семәрләп-биҙәкләп эшләнгән яңыһы ла...

Заманында, был конкурс тәүгә ойошторолғанда, Сәйетбаба оҫтабикәһе Рабиға Йәрмиева ҡатнашып еңеп ҡайтҡайны инде. Әле лә уны ҡыуанып ҡаршы алдылар. Быйыл ул үҙенең остазының ҡыҙы - Миңнира Харисова менән барғайны. Яҡташтарыбыҙ үҙҙәренең кимәлен иҫбатланы: Рабиға апай – лауреат, Миңнира апай дипломант исеменә лайыҡ булып, халыҡ-ара диплом һәм “Ағиҙел” ойошмаһынан ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнделәр. Бәхетленең ҡунағы бер юлы, тигәндәй, әлшәйҙәрҙең һабантуйына республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән туҡыу-һуғыу оҫталарынан тыш, Шри-Ланка, Сенегал, Чили, Македония, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Корея кеүек сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар килеп төштө. Улар үҙҙәренең мәҙәниәтен дә күрһәттеләр, башҡорт халҡының йолалары менән дә таныштылар. “Дуҫлыҡ балаҫы”на һәр милләт үҙ өлөшөн индерҙе, “быуаттарҙы тоташтырыусы еп” (“Веков связующая нить”), ысын мәғәнәһендә халыҡтарҙы “тоташтырҙы”.
Читайте нас: