+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡәләмдәрегеҙ үткер булһын!

Район гәзиттәре хеҙмәткәрҙәрен, журналистарҙы һәм матбуғат ветерандарын Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас ҡотлайым!

Бөгөн журналистар район, республика, ил тормошо тураһында ышаныслы мәғлүмәтте халыҡҡа еткереп үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән үтәй. Беҙҙең гәзиттәр район үҫешендә, йәмғиәттә милли, рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеүҙә мөһим урынды биләй.

Байрам көнөндә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, яңы ҡыҙыҡлы уй-ниәттәр, ижади уңыштар, ҡәләмдәрегеҙҙең үткер булыуын теләйем.

Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.


Читайте нас: