Бәйгелә Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Бөрйән райондарынан, республикабыҙҙың Сибай, Өфө, Баймаҡ, Ырымбур өлкәһенең Орск, Новотроицк ҡалаларынан килгән 45 ҡатнашыусы (шуларҙың 10-һы балалар) араһында Ғафури районы исеменән билдәле ҡурайсы һәм йырсы Рәмил Ҡотдосов менән уның ҡыҙы Заһиҙа Ҡотдосова ла бар ине.
Һаҡмар-Наҙарғол ауылы эргәһендә матур тәбиғәт ҡосағында үткән мәртәбәле халыҡ ижады байрамынан Рәмил Ҡотдосов ҙур еңеү менән әйләнеп ҡайтты – ул “Оҙон көй” конкурсының Гран-прийына лайыҡ булды. Ошо уҡ бәйгелә Заһиҙа Ҡотдосова үҙ йәш төркөмөндә 2-се урын яуланы. Афарин, Ҡотдосовтар!