+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
23 Апрель 2021, 16:05

10 майҙан «Өс таған» онлайн-прокатҡа сыға

10 майҙан Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Өс таған» фильмы онлайн-прокатҡа сыға. Был хаҡта «Башинформ»ға картинаның режиссеры Айнур Асҡаров хәбәр итте.

Фильм ITunes һәм Google Play сервистарында күрһәтелә. Әйткәндәй, «Өс таған» — ITunes медиаплеерында сыҡҡан беренсе башҡорт фильмы, башҡортса, русса версияларын ҡарарға мөмкин.
«Өс таған»ды башҡорт әҙәбиәт классигы Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан хөкүмәт, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында «Асҡарфильм» студияһы төшөрҙө. 2021 йылдың 4 мартында Фильм Рәсәй прокатына сыҡты.
Читайте нас: