-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Фольклориадаға тиклем – 50 көн!

Өфөлә “Торатау” конгресс-холы алдындағы майҙанда башҡорт милли кейемендәге ҙур Матрешка барлыҡҡа килде. Унда Бөтә донъя фольклориадаһына нисә көн ҡалғанын күрһәткән һанлы табло ҡуйылған.

Сара республикала беренсе тапҡыр уҙған “АРТ-Ҡоролтай” мәҙәни форумы сиктәрендә үтте. Пленар ултырыштан һуң форумда ҡатнашыусылар төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һәм почетлы ҡунаҡтар менән тантаналы сарала булды. Баш өҫтөнән Первушино бәләкәй авиацияһының 3 самолеты күкте Рәсәй триколоры төҫтәренә буяп осоп үтте. Һуңынан парашютсылар Рәсәй, Башҡортостан һәм Фольклориада флагтарын тотоп конгресс-холл алдындағы майҙанға төштөләр. Уларҙың береһе байрамда ҡатнашыусы ҡыҙға символик бүләк – бәләкәй Матрешканы тапшырҙы.
Радий Хәбиров: “Фольклориада уҙған йылда үтергә тейеш ине. Билдәле сәбәптәр арҡаһында уны кисектерҙек. Быйыл беҙгә 55 делегация килә. Уларҙы муниципалитеттарға бүлеп бирҙек. Концерт майҙансыҡтары, ҡунаҡханалар, ашханалар әҙерләнек. Рәсәйҙә беренсегә уҙасаҡ был сара беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ та,” – тине.
Читайте нас: