Был йолаға быйыл да тоғро ҡалып, район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре шағирҙың ижадын хөрмәт итеүселәрҙе М.Ғафури исемендәге майҙанға йыйҙы. Сарала район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов та ҡатнашып, барыһын да иҫтәлекле көн уңайынан тәбрикләне. Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары илһамланып шағирҙың шиғырҙарын уҡыны. Китапхана хеҙмәткәрҙәре “Ғафури ере ғорурлығы” тигән темаға китап күргәҙмәһе
ойоштороп, бөйөк яҙыусының әҫәрҙәрен уҡыу буйынса флешмоб үткәрҙе. Сара шағир һәйкәленә сәскәләр һалыу менән тамамланды.
Көндөң икенсе яртыһында инде Хәтер кисәһе М.Ғафуриҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда, шағирҙың йорт-музейы янында дауам итте. Өфөнән, алыҫ Татарстандан абруйлы ҡунаҡтар – төрлө йылдарҙа М.Ғафури исемендәге йәмәғәт премияһы һәм лауреат миҙалына лайыҡ булған яҙыусылар һәм журналистар: сатирик Марсель Сәлимов, шағир, тәржемәсе Сергей Янаки, шағир Рәмил Сурағолов, РФ һәм БР Журналистар союзы, Болгарияның рус телле Яҙыусылар союзы ағзаһы Ирина Бакке, Татарстан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағир һәм фән докторы, профессор Рифат Жамал, шағирә Нәжибә Сафина, Ҡырымдан Хәлиҙә Әхмәтйәнова һәм, әлбиттә, бөйөк шағирҙың килене, Мәжит Ғафури фонды етәксеһе Люция Камаева, бүләре Мирсәйет Ғафури һәм башҡалар килгәйне. Уларҙы Сәйетбаба мәҙәниәт йортоноң республикабыҙҙан ситтә лә киң билдәле булған “Асанай” фольклор төркөмө йыр-моң, милли аш-һыу менән хөрмәтләп ҡаршы алды.
Килеүселәрҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәмил Кинйәбаев сәләмләгәс, һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Марсель Шәйнур улы мәртәбәле сараға йыйылыусыларҙы Башҡортостан Яҙыусылар союзы исеменән сәләмләне, башҡорт әҙәбиәте тарихында Мәжит Ғафуриҙың ҙур роль уйнауын билдәләп үтте. Үҙенең шиғырҙарын уҡып, М.Ғафури музейына китап бүләк итте. Бөйөк шағирҙың 20-ләгән шиғырын рус теленә тәржемә иткән Сергей Янаки уның бай, һутлы телле шағир булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Нәжибә Сафина, Рифат Жамал, Хәлиҙә Әхмәтйәнова һәм башҡалар үҙ сығыштарында тыуған төйәгендә шағирҙы шулай хөрмәтләгәндәре, уның тураһындағы хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлағандары өсөн район етәкселегенә, яҡташтарына, музей хеҙмәткәрҙәре, шәхсән мөдире Рәсилә Зиннәт ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ғәлинур Ҡалмырҙин менән М.Ғафури фонды етәксеһе Люция Камаева М. Ғафури исемендәге йәмәғәт премияһын дәүләт премияһы кимәленә күтәрергә кәрәклегенә баҫым яһанылар.
Сарала шулай уҡ сәсәниә Ф.Ҡотлогилдина, Юлыҡ мәктәбе уҡыусылары, “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рәйлә Сабитова сығыш яһаны. Артабан сарала ҡатнашыусылар йорт-музейҙа булып, шағирҙың тормошо һәм ижады менән таныштылар. Мәжит Ғафури исемендәге паркта булып, Ҡаран шишмәһенең һыуын тәмләнеләр. Шағирҙың тыуған көнөн билдәләп, уның иҫтәлегенә баш эйеү уға халыҡ һөйөүенең, ололоҡлауының бер сағылышы булды был көн.
М. Мырҙаянова.