-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
20 Август 2021, 12:40

Сәсән һүҙе – халҡы күңелендә

20 августа сәсән-импровизатор Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына 140 йыл тула. Ул районыбыҙҙың Яҡтыкүл ауылында тыуған. Бала саҡтан буласаҡ башҡорт әҙәбиәте классигы Мәжит Ғафури менән дуҫ була, бергәләп Ҡыйышҡы ауылы һәм “Рәсүлиә”, “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә белем алалар, ижад менән шөғөлләнәләр.

Сәсән һүҙе – халҡы күңелендә
Сәсән һүҙе – халҡы күңелендә

Вәлиулла Фәйзулла улы хеҙмәт юлын Октябрь революцияһына тик-лем яҡын-тирәләге ауылдар мәҙрәсәләрендә мөғәллим-уҡытыусы булып башлай. 1920-се йылдарҙа БАССР Мәғариф халыҡ комитетының (Наркомпрос) Табын кантоны халыҡ мәғарифы бүлегенең етәксеһе булып эшләй. Мәктәптәр асыу, уҡыу-тәрбиә эштәрен ойоштороу эштәре һәм шулай уҡ урындағы Советтарҙы булдырыу менән әүҙем шөғөлләнә.
Ҡоломбәтов “Юлай һәм Салауат” поэмаһы, бик күп шиғыр, ҡобайыр, йырҙар авторы. Ул оҙаҡ йылдар башҡорт фольклоры һәм этнографияһы буйынса материалдар йыя. Салауат Юлаев тураһындағы “Салауаттың ҡатынына йыр” риүәйәтен һәм “Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып...” ҡобайырын, Аҡмулланың шиғырҙарын халыҡтан ул яҙып ала.
Вәлиулла Ҡоломбәтовтың әҫәрҙәре һәм яҙып алған халыҡ ижады өлгөләре “Башҡорт халыҡ ижады” китабына индерелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның әҙәби мираҫының күп өлөшө юғалған. Ғәрәп телендә яҙылған ҡулъяҙмалары Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге архивында һаҡлана.
Сәсән-ҡобайырсы тураһында автобиографик мәғлүмәттәр “Башҡорт энциклопедияһы”ның 3-сө томына индерелгән. Уның ижады хаҡында академик Ғайса Хөсәйеновтың, профессор Әхмәт Сөләймәновтың һәм башҡаларҙың мәҡәләләре донъя күргән. Вәлиулла Ҡоломбәтов яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың “Арыш башағы” романындағы бер образдың прототибы ла.
1991 йылда “Табын” район гәзитенең ул ваҡыттағы мөхәррире Нияз Сәлимов башланғысы менән Яҡтыкүл ауылында сәсән һәм фольклорсының 110 йыллығына арнап сәсәндәр бәйгеһе һәм Хәтер кисәһе үтә. 25 йылдан һуң ошо бәрәкәтле ерҙә башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына һәм халыҡ мәғарифы үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестең 135 йыллығы ла киң билдәләнде.
Быйыл иһә республикала август-сентябрь айҙарында башҡорт шағиры-импровизаторы, сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған саралар ойошторола.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сәсәндәр тураһында электрон йыйынтыҡ сығарыу, сәсәндең шиғырҙары буйынса онлайн-флешмоб үткәреү, сәсәндәрҙең сығыштары менән Вәлиулла Ҡоломбәтов хаҡында буклеттың исем туйы, китап күргәҙмәһен асыу, абруйлы ҡунаҡтарҙы саҡырып, ике “түңәрәк өҫтәл” ойоштороу, видеоконференция бәйләнеше форматында телекүпер уҙғарыу планлаштырыла. Районда Вәлиулла Ҡоломбәтов иҫтәлегенә район китапханаһында сара үтә.

Сәсән һүҙе – халҡы күңелендә
Сәсән һүҙе – халҡы күңелендә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: