11 февраль район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә Яңғыҙҡайын, Сәйетбаба, Бурлы, Еҙем-Ҡаран һәм район театрҙары республика халыҡ ижады үҙәгенең театр буйынса төп белгесе Тәнзилә Сәғит ҡыҙы Ҡалмырҙина алдында һынау тотто.
Район мәҙәниәт һарайының Ғафури халыҡ театры артистары С.Әбүзәровтың “Бомба” фарс-комедияһын тәҡдим итте. Күренеш әлеге көндәрҙә күп фатирлы йорт ихатаһында бара.
...Бомба һалынған тигән хәбәр тиҙ арала халыҡ араһында таралып өлгөрә һәм йорт һаҡ аҫтына алына. Артабан тамаша бер һорау аҫтында бара: Бында йәшәүсе халыҡ өсөн бомба нимә ул? Фажиғәле йәки яҡты, яңы тормошҡа ышанысмы? Әҫәр бөгөнгө көн проблемаларын сағылдыра. Актерҙар үҙ образдарын оҫта итеп уйнаны, килешле кейемдәр, төҫ-ҡиәфәт, кисерештәр аша геройҙарының характерҙарын асып бирә алдылар. Ролдәрҙә: хәбәрсе Катрин - Әлфирә Зөлҡәрнәйева, Академик – Хызыр Нәзиров, Һөйәркә Айһылыу – Гөлдәр Әбелғужина, Мәүлиҙә инәй – Римма Зәйнуллина, Айытбай – Айрат Баймөхәмәтов, Участковый Кәлимуллин – Фәнзил Ғәлин, Рим Кәримович - Замир Тайсин.
Спектаклдең режиссеры – Гөлфирә Бәширова, музыкаль яҡтан Владислав Ларионов биҙәне. Рәссам, декораторы – Рәсилә Исхаҡова, яҡтыртыусы операторы – Анатолий Николаев.
Яңғыҙҡайын мәҙәниәт йортоноң “Мираҫ” халыҡ театры Данир Сабировтың “Үтеп барышлай” драмаһын сәхнәләштерҙе.
...Вокзал. Халыҡ арлы-бирле йыйыла. Поезд тауышы ишетелә. Алғы планда тамаҡ ялғап ултырған ҡарт бүреген күтәреп белдереүҙәр тыңлай. Был - ауыл ҡарты фронтовик Шәйхулла (Риф Бикбаев). Ул дуҫы Василий янына Смоленскийға китеп бара. Шунда уҡ һалҡынға бөрөшөп, үҙен-үҙе ҡосаҡлап Феня-Фәниә ултыра (Рәүилә Мусина). Улар Флорид-Фред (Рушат Вахитов) менән вокзалға “һунар”ға сыҡҡан - аҡсалы кешене алдап, фатирға алып ҡайтып, йоҡо дарыуы эсереп йоҡлатып документ, аҡсаларын урлап алып ҡасалар. Бабай иртән уяныуға следователь (Винера Мостафина) менән фатир хужаһы Мария Павловна (Рәмилә Фәйезова) килеп керәләр, һәм бабайҙы фатир баҫып инеүҙә ғәйепләйҙәр. Аҡсаһыҙ, документһыҙ, Смоленскийға тиклем алған билетынан ҡолаҡ ҡаҡҡан Шәйхулла ҡарт, урам буйында орден-миҙалдарын һатырға мәжбүр була. Дуҫы Василий янына барырлыҡ аҡса эшләй алмағас, Шәйхулла ҡарт фронтташ дуҫы Хромковты (һуғышта хромка гармунды Хромков тип йөрөтәләр) ҡосаҡлап, мәңгелеккә күҙҙәрен йома...
Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң “Аҡбейек” халыҡ театры Наил Ғәйетбаевтың “Ауылға ҡыҙҙар килде, йәки моңдар ҡайтҡан ауылға” тигән ике шаршаулы комедияһын сәхнәгә ҡуйҙы. Әҫәр бөгөн күп ауылдарға хас көнүҙәк проблеманы күтәреп сыҡты. Концерт менән ауылға бик матур һәм һәләтле ҡыҙҙар килә. Ауыл артабан йәшәһен, өйләнмәгән егеттәр ғаилә ҡорһон өсөн нисек тә ошо ҡыҙҙарҙы алып ҡалырға кәрәк...
Ролдәрҙе Рәсилә Ишморатова (Мәстүрә инәй), Гәүһәр Байбулдина (Нурания), Флүр Фәхриев (Әмир), Рәүилә Йәнтүрина (Рәйлә), Эльвира Фәхретдинова (Ләйсән), Илнар Ишемйәров (Хәйбулла), Рәйлә Сабитова (Кинйәбикә), Асфат Юлбарисов (Әхтәм) башҡарҙы. Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер - Асфат Юлбарисов, музыкаль яҡтан биҙәүсе - Илһам Байбулдин.
“Еҙем-Ҡаран” ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ҡараншишмә” халыҡ театры Әминә Яхинаның “Йәйғор ҡалҡҡанда” әҫәрен сәхнәләштерҙе. Фантасмагория жанрындағы был әҫәрҙе халыҡ театры артистары бик оҫта башҡарҙы.
Театр өсөн был ҡатмарлы жанр, ләкин театр һөйөүселәрҙең актерлыҡ оҫталығы идеяны тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирҙе. Динира Биктимерова төп геройҙың йәш сағын ҙур оҫталыҡ менән уйнаны. Шулай уҡ Гүзәл Шафиҡова, Рита Шаһиева, Дамир Биктимеров, Рөстәм Шәйәхмәтов, Винер Ғәбдиев үҙ ролдәрен еренә еткереп башҡарҙы. Спектаклде музыкаль яҡтан Гөлнур Шәйәхмәтова биҙәне.
Асҡар Ғөзәйеров исемендәге Бурлы халыҡ театры Рәшит Хөсәйеновтың “Изге ялған” спектаклен күрһәтте.
Ваҡиға һуғыш ваҡытында Өфө ҡалаһында бара. Кәримә Абдулловна һуғышта ире Сабирҙы юғалта. Улы Ирек “Атайым өсөн үс алам” тип 18 йәш тулыу менән фронтҡа китә. Ленинградтан эвакуацияланған Мария Павловнаны Кәримәнең йортона йәшәргә индерәләр. Күп тә үтмәй, хат ташыусы ҡыҙ Иректең үлеме тураһында хәбәр килтерә. Ә инде улының үлеме тураһында Кәримә Абдулловнаға әйтмәйҙәр. Мария Павловна фронтҡа Иректең иптәштәренә хат яҙа. Әсәһенә улы исеменән хат яҙып тороуҙарын үтенә. Кәримә улынан хат алып шатлана, һәм хәле яҡшыра. Шулай итеп, “Изге ялған” әсәнең ғүмерен һаҡлап алып ҡала.
Ролдәрҙе Кәримә Абдулловна – Фәниә Ғәлимова, Мария Павловна – Раушания Мифтахова, Ләйсән – Светлана Ғүмәрова, Лейтенант – Илназ Ғәзизов башҡарҙы. Спектаклде музыкаль яҡтан Раушания Мифтахова биҙәне, режиссеры – Алия Мифтахова.
Театр белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина ижади коллективтарҙы һынауҙы уңышлы үтеүҙәре менән ҡотланы. Шул уҡ ваҡытта етешһеҙлектәрҙе лә барланы, фәһемле кәңәштәрен дә әйтте. Рәхмәт һүҙҙәрен белдереп, артабан да уңышлы ижади эҙләнеүҙәр, яңы сәхнә әҫәрҙәре менән һөйөндөрөүҙәрен теләне.
Гөлфирә БӘШИРОВА,
“Ғафури” халыҡ театры режиссеры.