-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

"Ғафури" театры йәшәһен!

Театр – һәр замандың ҡөҙрәтле бер көсө, кешеләрҙең зиһенен арбаусы, уларға тормошта йәшәүҙең мәғәнәһен аңлауҙа ярҙамлашыусы, үҙенә йәлеп итеүсе сихри көскә эйә булған донъя ул. 22 апрелдә район мәҙәниәт һарайында эшләп килгән Ғафури халыҡ театры үҙенең тамашасыларын 50 йыллыҡ мәртәбәле юбилейына йыйҙы.

"Ғафури" театры йәшәһен!
"Ғафури" театры йәшәһен!

Был сараға йыйылыусылар иң тәүҙә фойела халыҡ театрҙары ҡуйған күргәҙмәләрҙе тамаша ҡылды. Артабан сара театрлаштырылған күмәк бейеү менән күңелле башланып, алып барыусылар Рәзилә Хәбибуллина менән Хызыр Нәзиров район халыҡ театрының үткәне һәм бөгөнгөһө менән дә таныштырҙы.
1972 йылда Красноусол ҡасабаһының район мәҙәниәт йортонда драма түңәрәге эшләй башлай. Уны йәш белгес Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы Исҡужина ойоштора һәм Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклен тамашасы хөкөмөнә сығара. Республика смотрында уңышлы сығыш яһап, юғары баһа алалар. Ә 1974 йылдан Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлап, йүнәлтмә бу-йынса эшкә килгән Зәйтүнә Әхмәтғәле ҡыҙы Зәйнешева драма түңәрәгенең эшен дауам итә. Ошо йылдар эсендә театр оло еңеүҙәргә ирешә. Сәхнә түренә Ғафури театрына нигеҙ һалыусы, уға йән биреүсе Әлфиә Исҡужина, театрҙың йәшәүен дауам итеүгә күп көс һалған, оло еңеүҙәргә алып килгән Зәйтүнә Зәйнешева саҡырылып, уларға сәскә гөлләмәләре тапшырылды.
Ғафури халыҡ театрына нигеҙ һалыусы Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы тәүге йылдарҙы иҫкә төшөрөп: “Ғафури халыҡ театрының бөгөнгө байрам тантанаһында минең дә хеҙмәт өлөшөм бар. Мин Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлағас, үҙемдең тыуған ауылым Имәндәштә бер йыл клуб мөдире булып эшләп, мәҙәниәт техникумына уҡырға киттем һәм 1969 йылда уны уңышлы тамамлап ҡайтҡас, Еҙем-Ҡаран клубына директор итеп ебәрҙеләр. Бында 1 йыл да 4 ай эшләгәс, 1970 йылдың майында Красноусолдың Ленин клубында урынлашҡан район мәҙәниәт йортона эшкә күсерҙеләр. Ошо осорҙа театр түңәрәге асыу тураһында яна башланым һәм спектакль әҙерләп, сәхнәгә сығарырға баҙнат иттем. Был ваҡытта сәхнәгә сыҡҡан бик күп талантлы актерҙарыбыҙ хәҙер арабыҙҙа юҡ инде. Уларға сикһеҙ рәхмәтлемен. Аҙаҡтан тормошҡа сығып, Еҙем-Ҡаранға ҡайттым һәм минең урынға талантлы режиссер, хәҙер хаҡлы ялдағы Зәйтүнә Зәйнешева килде. Уның етәкселегендә бик күп әҫәрҙәр сәхнәгә сығарылды, театрыбыҙ “халыҡ” исемен алыуға өлгәште. Ярты быуатлыҡ театрыбыҙ йәшәһен, үҫһен, юғары уңыштарға ирешһен, яңынан-яңы ҡатнашыусылар килһен, ғөмүмән, ижади уңыштар насип булһын”, - тине.
Ошо теләктәргә Зәйтүнә Әхмәтғәле ҡыҙы Зәйнешева ла ҡушылып, үҙе эшләгән осорҙа сәхнәгә сығарған әҫәрҙәр, уңыштар, яуланған үрҙәр тураһында һөйләп, изге теләктәрен еткерҙе.
Юбилей кисәһендә Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры, яҡташыбыҙ Гөлназ Ғиндулла ҡыҙы Мирхәйҙәрованың ҡатнашып, ҡайнар теләктәрен еткереүе лә ҙур мәртәбә булды.
- Театр – сәхнәнең символы һәм ғорурлығы. Районда Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Бурлы, Яңғыҙҡайын һәм Красноусол ауылдарында “халыҡ” исемен йөрөтөүсе үҙешмәкәр театрҙар эшләп килә. Республикала тәүгеләр рәтендә булып, бынан 5 тиҫтә йыл элек үк районыбыҙҙа тәүге үҙешмәкәр театр барлыҡҡа килгән. Бөгөнгө көндә үҙ миҫалында башҡаларға өлгө булып йәшәп килә. Ошо йылдар эсендә күпме сәхнә әҫәрҙәре тыуған, күпме һәүәҫкәрҙәр сығыш яһаған?! Шунда хеҙмәт иткән һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Һеҙҙең һәр спектаклегеҙ изгелеккә, яҡшылыҡҡа өндәү менән һуғарылған. Тап һеҙ башҡорт халҡының тел, йола, мәҙәниәт кеүек мәңгелек ҡиммәттәре һағында тораһығыҙ. Районыбыҙҙың театр тормошона үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә бәрәкәтле, яҡты ғүмер, һүнмәҫ яңы ижади үрҙәр, ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек теләп ҡалабыҙ, - тине Зөһрә Рауил ҡыҙы, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов исеменән ҡотлап һәм Ғафури халыҡ театры режиссеры Гөлфирә Бәшированы үҙешмәкәр халыҡ ижадын үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн БР Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһы, мәҙәниәт һарайының музыкаль режиссеры Хызыр Нәзировты театрҙың 50 йыллыҡ юбилейы айҡанлы БР Мәҙәниәт министрлығының, Наил Вәлиев, Рәзилә Хәбибуллинаны БР Халыҡ ижады үҙәгенең Рәхмәт хаттары, театр актеры Азамат Абдуллинды район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Шулай уҡ Эльвира Сабирова, Фәнзил Ғәлин, Айрат Баймөхәмәтов, Римма Зәйнуллинаға Ғафури халыҡ театрының “Атҡаҙанған артисы” исемен тапшырҙы.
Район мәҙәниәт һарайы директоры Рәмзиә Юлмөхәмәтова ла Ғафури халыҡ театрына изге теләктәрен еткереп, яңынан-яңы спектаклдәр ҡуйылыуын, образдар тыуыуын һәм алҡыштар бөгөнгөләй яңғырап тороуын теләне, шулай уҡ район депутаттары корпусы, район Советы, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов исеменән Ғафури халыҡ театрының 50 йыллыҡ юбилейы уңайынан иң әүҙем актерҙарға: Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлай Мәүлетҡоловҡа театр үҫешенә тос өлөш индергәне һәм юғары профессиональ оҫталығы өсөн район Советының Маҡтау грамотаһы, Ғафури халыҡ театрында күп образдар тыуҙырып, башҡорт мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә, телгә, данлы үткәндәргә һөйөү тәрбиәләүгә күп көс һалған Ғафури халыҡ театры ветерандары Рәмил Сәйфуллин, Альфира Әмирова, Фаил Әбделмәнов, Тәнзилә Вахитова, Айһылыу Муллагилдина, актерҙар Альбина Ғәзизова, Саимә Игелекова, Әлфирә Зөлҡәрнәйева, Ришат Уразғоловҡа Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетынан Рәхмәт хаты тапшырып үтте.
“Бында профессиональ актерҙар уйнамай, төрлө һөнәр кешеләре - халыҡ араһынан сыҡҡан актерҙар халыҡсан итеп уйнайҙар”, - тине үҙ сығышында район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Рәшит улы Аҡҡужин һәм Ғафури халыҡ театры актеры Замир Тайсинды, Илшат Хәбибуллинды, Владислав Ларионовты, спектаклдәрҙе яҡтыртыусы оператор Анатолий Николаевты, музыкаль яҡтан биҙәүсе Радик Иҫәнғәлинды Мәҙәниәт бүлегенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
Матур юбилей тантанаһында Ғафури халыҡ театры С.Әбүзәровтың “Байраҡ аҫтында” комедияһынан, “Сәйнүк ҡайнап сыҡҡан арала” комедия-гротесктан, М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһынан, Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң “Аҡбейек” халыҡ театры артистары Н.Ғәйетбаевтың “Ауылға ҡыҙҙар килде” комедияһынан өҙөк күрһәтте. Күмәк бейеүҙәр, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Ф.Ғәлин, Х.Нәзиров, З.Тайсиндың “Ай илдәре”, Хызыр Нәзировтың Т.Миңнуллиндың “Гөргөри кейәүҙәре” спектакленән Микуш йыры, Архангел районының “Өмөт” халыҡ театры режиссеры Вәлимә (ҡурай, йыр) һәм театр актеры Закир (баянда) Өмөтбаевтарҙың сығыштары байрамға йәм өҫтәп, онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Районыбыҙҙың халыҡ театрҙары режиссерҙары Рәүилә Мусина (“Мираҫ”), Рәүилә Йәнтүрина (“Аҡбейек”), Раушания Мифтахова (Аскар Ғөзәйеров исемендәге), Динира Биктимерованың (“Ҡараншишмә”) ҡотлауҙарын да тамашасылар алҡыштарға күмде.
Сарала әле лә сафта булған сәхнә ветерандары Фаил Әбделмәнов, Альфира Әмирова, Рәмил Сәйфуллин, Әбдрәхим Әмиров, Фәриҙә Монасипованы хөрмәтләп, шулай уҡ Алһыу Смирнова, Илнур Ғөбәйҙуллин, Гөлдәр Әбелғужина кеүек яңы таланттар асылыуы, бик күп образдар тыуҙырған Муса Мөхәмәтйәнов, Миңнеғәле Зәйнешев, Флүрә Садиҡова, Әнүәр Ғәзизов кеүек талантлы актерҙарҙың арабыҙҙа булмауы ла иҫкә алынды.
Ғафури халыҡ театры репертуарында рухи аҙыҡ алырҙай, тәрбиәүи көскә эйә комедиялар, трагедиялар, классик әҫәрҙәр байтаҡ. Театрҙың репертуары ла йылдан-йыл байый бара. “Тоғро тамашасылары, талантлы актерҙары булғанда беҙҙең театр йәшәйәсәк, эшләйәсәк һәм гөрләйәсәк тип һеҙҙең алдығыҙҙа һүҙ бирәм”, - тип юбилей тантанаһын тамамланы әлеге көндә Ғафури халыҡ театры режиссеры булған Гөлфирә Бәширова.
Эйе, яңы ролдәр тыуҙырыусы халыҡ таланттары һәр саҡ булһын, сығыштар тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелһен, Ғафури халыҡ театры мәңге йәшәһен.

"Ғафури" театры йәшәһен!
"Ғафури" театры йәшәһен!
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: