Командалар барыһы ла сәхнә биҙәлешен, костюмдарҙы уйлап, етди әҙерләнеп килгән. Конкурсанттар тиҫтерҙәрен бар оҫталыҡтарын, көсөн, фантазияларын эшкә егеп, сәләмәт тормошҡа әйҙәне. Йырлап-бейеп, актер таланттары менән дә сәхнәне йәмләне. Балалар алама ғәҙәттәргә ҡаршы үҙ фекерҙәрен оҫта әйтеп, насарлыҡтарҙы спорт аша еңеп булғанын, сәләмәт тормошта йәшәү барыһынан өҫтөн булыуын да күрһәтте. Конкурста ҡатнашыусыларҙы ентекле күҙәткән жюри төркөмө: район эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар эше буйынса инспекторы Р.Р.Ниғмәтуллина, Үҙәк район дауаханаһының психиатр-нарколог табибы Ф.Х.Хәбибуллина, мәғариф бүлеге методисы Г.Д.Ишҡолова, Ғафури халыҡ театры режиссёры Г.Т.Бәширова, Балалар ижады үҙәге педагогы И.А.Васильева тарафынан етди баһаланып, барыһы ла түҙемһеҙлек менән көткән урындар билдәләнде. Гран-при Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының “Зожики” командаһына (етәкселәре А.Р.Ишкина) бирелде. Уларҙың сығышы барыһын да әсир итте, 1-се класс уҡыусылары ғына булһалар ҙа, ҡыйыулыҡтары менән дә айырылып торҙолар. Үҙҙәренә бүленгән ваҡыт эсендә тамашасыларҙы ла баҫтырып физминутка эшләтеп алырға өлгөрҙөләр. 1-се урынды 1-се мәктәптең “Быуын көсө” (етәкселәре А.Ф.Ҡунафина) һәм гимназияның “Тонус” (етәкселәре Л.Ғ.Рәхимова) командалары алды. 2-се урынға Аҡкүл мәктәбе (етәкселәре Р.Ф.Челотканова) менән гимназияның (етәкселәре Ә.С.Вәлишина) “Сәләмәт тормош” командалары лайыҡ булһа, 3-сө урынды 2-се, 3-сө һәм Мораҡ мәктәптәренең “Зожники” (етәкселәре Л.Ф.Әхмәтйәнова), “Һаулыҡ” (етәкселәре Ю.Ю.Белянина), “Ух” (етәкселәре С.В.Романова) командалары үҙ-ара бүлеште.
Бәйге һуңында Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүсе “Альянс” хореография ансамбленең кескәй һәм урта (С.В.Бакаева), “Вокал. Ветер Перемен” (Ә.Р.Насирова) төркөмдәре үҙҙәренең матур концерт номерҙарын бүләк итте. Командалар Диплом, ә еңеүселәрҙең һәр береһе тәмлекәстәр менән бүләкләнде.