Гәүһәр Байбулдина етәкләгән “Асанай” фольклор ансамбле үҙенең “халыҡ” исемен яҡлаһа, Асфат Юлбарисов етәкләгән “Аҡбейек” театры ла “халыҡ” театры исеменә ышаныслы лайыҡ булды.
Башҡортостан Республикаһы-ның атҡаҙанған халыҡ ижады үҙәге коллективы булараҡ “Асанай”ҙар республикала аутентик, йәғни боронғо башҡорт кейемендә сығыш яһаған берҙән-бер коллектив. Төбәк йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып эшләгән районда берҙән-бер “халыҡ” исемен йөрөткән был фольклор ансамбль жюри ағзалары тарафынан юғары баһа алды һәм “Башҡортостандың йөҙөк ҡашы, райондың төп таянысы” тип билдәләнде.
30 мартта мәҙәниәт йортонда үткәрелгән район ағинәйҙәре йыйыны ла күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр. Йыйынды ойошҡан һәм мәртәбәле үткәреүҙә ағинәйҙәрҙең тырышлығы, берҙәмлеге оло ихтирамға лайыҡ. Улар ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ итеп ҡалдырылған рухи байлығыбыҙҙың ҡиммәтенә тая-нып, милли йолаларыбыҙҙы, әҙәп, әхлаҡ тәрбиәһен матур өлгөлө күрһәттеләр.
“Мин тормошто яратам” оло быуын кешеләре араһында үткәрелгән сарала һигеҙ тиҫтәне теүәлләргә яҡынлаған, тырыш хеҙмәт тәжрибәһе туплаған медицина хеҙмәткәре, ағинәй Заһира Вәлиеваның йыры респуб-
лика этабына үтеүе һөйөнөслө. Заһира Вәлиулла ҡыҙының йыр-моң даръяһы тау-таш араһынан сыҡҡан сылтырап аҡҡан шишмә тауышын сағылдырҙы. Киләсәктә лә моң шишмәһе һайыҡмаһын, һаулыҡ менән йәшәргә яҙһын.
Мәҙәниәт йортонда үткәрелгән һәр сара халҡыбыҙҙың милли асылын, мәҙәни мираҫын, рухи үҫешен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү бу-йынса төп эшмәкәрлек алып бара тип ышаныслы әйтеп була.
“Тыуған яҡты өйрәнеү” музейы халҡыбыҙҙың тарихи мираҫын, рухи байлығын ысынбарлығында күрһәткән сығанаҡ. Музейҙа башҡорт халҡының ынйы бөртөгөндәй ҡиммәтле эштәре һаҡлана. “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең эшмәкәрлеге мәҙәни мираҫ өлгөләрен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә төп таяныс. Сөнки мәҙәни үҙәк методисы Рәйлә Сабитова етәкселегендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейенеү, биҙәнеү сәнғәте эше ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уңышлы атҡарыла.
Табын ырыуының төбәк һаҡалын тергеҙеү, хәситә эшләү, “Асанай” халыҡ фольклор ансамбленә, башҡа башҡорт кейемдәренә милли төбәк биҙәктәрен һалыу, орнаменттарҙың тарихына тая-нып эшләнгән эштәр асыҡ миҫал.
“Моделле” ауыл китапханаһында ла был өлкәлә күп матур эштәр, осрашыуҙар йыш була. Китапханасы Илһөйәр Шамил ҡыҙы һәр яңылыҡты йәш быуынға, балаларға, ололарға еткереп бара.
7-8 апрелдә Ғафури ра-йонында үткәрелгән “Ҡунафин көндәре” “Төйәгемдең аҫыл заттары - Ғафури аҫылташтары” проекты аҫтында мәктәптәрҙә уҡыусылар менән осрашыуҙар бик фәһемле сара булды. Районда һәм ауылыбыҙҙа халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, абруйлы ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, күп дәүләт наградаларына лайыҡ булған "Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы", “Сәйетбаба ауылының почетлы гражданы”, ауылдашыбыҙ Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафиндың 75 йәшлек юбилейын билдәләү уға халыҡ ихтирамы билдәһе булһа, “XIX быуат башҡорт әҙәбиәте” тарихын, мәғрифәтселек башланғысын, милли зыялыларҙы халыҡҡа сығарыу, уларҙың хеҙмәтен баһалау, тарих төпкөлөндә ятҡан рухи хазиналарҙы яңыртыу, йәш быуынға еткереү тыңғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре Ғиниәтулла Сафиулла улының хеҙмәт юлын биҙәй.
15 апрелдә яҡташыбыҙ, Ҡаранйылға ауылы егете, билдәле яҙыусы-сатирик, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Венер Исхаковтың 55 йәшлек юбилей кисәһе лә мәҙәниәт йортонда күп тамашасыларҙың ихтирамын яуланы. Үҙенсәлекле юмор оҫтаһы, “Шоңҡар” журналының яуаплы сәркәтибе Венер Айҙар улы үҙенең юбилей кисәһен йырсыларҙың йыр-моңо менән биҙәне. Әсәле-уллы Зилә һәм Ян Лира юбилярға йырҙарын бүләк итте.
Республика һәм төбәк-ара йыр бәйгеһе лауреаты, ауылдашыбыҙ Булат Йосоповтың йырын халыҡ алҡыштарға күмде. Ҡырмыҫҡалы районында йәшәп ижад иткән яҙыусы, журналист, рәссам, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең яҙыусылар союзы ағзаһы Риф Йөҙлөкбаев кисәнең мәртәбәле ҡунағы булды. Ул Венер Айҙар улына үҙе эшләгән портретын бүләк итте. Ә Булат Йосопов уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарын йырланы. Булаттың ағаһы Салауат Йосопов менән бергәләп йырлауы тамашасыны хайран ҡалдырҙы. Ике моң шишмәһе йырсылар сәхнә күрке булды. Шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Гәүһәр һәм Илһам Байбулдиндарҙың сығышын халыҡ һәр саҡ ихлас көтөп ала. Кисәлә лә Гәүһәр сәхнә тултырып бейеһә, Илһамдың ҡурай моңдары илаһи моң сығанағы булды.
Йәш, талантлы егет Данир Мәсәлимовтың думбырала уйнап, өзләп, халыҡ ижады әҫәре-эпосты йырлауы һәр кемде һоҡландырҙы. Уға артабан да уңыштар теләйбеҙ. Кисәне Рәүилә Йәнтурина менән Фәнзил Ғәлин йәнле итеп алып барҙы.
Ҡотлауҙар һәм йыр-моң кисәһенән халыҡ ҙур кинәнес менән таралышты. Мәҙәниәтле халыҡ – тарҡалмаҫ. Берҙәм булайыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Сәйетбаба ауылы.