-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәйғор балҡышы

Уҡыусы балаларҙың ижади һәләтен асыу һәм үҫтереү, илһөйәрлек һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт телен үҫтереү, балаларҙың сәхнә оҫталығын, туған телдә фекерләү ҡеүәһен арттырыу маҡсатында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арнап Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе тарафынан район уҡыусылары араһында ойошторолған ”Ҡышҡы йәйғор” исемле ижади бәйгенең йомғаҡлау сараһы Красноусолдағы 2-се мәктәптә үтте. Шулай уҡ 1-се һәм 3-сө мәктәптәрҙән дә ижад бәйгеһендә ҡатнашыусылар уҡытыусылары менән бында йыйылдылар.

Йәйғор балҡышы
Йәйғор балҡышы

Вәғәҙә иткәнебеҙсә, бер уҡыусы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Һәр береһе үҙенә тейешле урын, Диплом һәм бүләктәр алып ҡыуанды. Бәйге барышында уҡыусылар ҡобайырҙар, таҡмаҡтар, шиғырҙар ижад иттеләр, интервью ла алдылар, үҙҙәренең хыялдары тураһында иншалар яҙҙылар. Район үҙәгенең 1-се, 2-се, 3-сө мәктәптәре лә рус телле белем усаҡтары булып иҫәпләнһә лә, үҙ телен яҡшы белгән, башҡортса һөйләшеү генә түгел, ижад итергә ынтылыусы балалар барлығы һөйөндөрҙө. Уларҙы башҡорт теленән уҡытҡан уҡытыусылары Юлиә Шәйәхмәтова, Таңсулпан Шәрипова (2-се мәктәп), Альфира Ғәлиуллина, Нәрисә Ғәйнуллина (1-се мәктәп), Дилә Абдуллинаға (3-сө мәктәп) ҙур рәхмәт, уларҙың һалған тырышлыҡтары бушҡа китмәҫ.
Районыбыҙ сәсәниәләре Лилиә Миниязова, Гөлшат Дәүләтова, Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә сә-сәниә балаларҙы туған телдәрен белергә, оялмай һөйләшергә өндәнеләр, үҙ ижадтарынан нәсихәттәр, шиғырҙар уҡып ишеттерҙеләр. Алып барыусылар Алтынбикә сәсәниәнең 70 йәшенә арнап уның биографияһынан викторина ла ойошторҙо. Сәсәниә балаларҙың үҙенең ижады менән таныш булыуына, шиғырҙарын яратып яттан һөйләүенә ҡыуанысын белдерҙе. Бәйге еңеүселәренә һәм ҡатнашыусыларға сәсәниәләр Ф.Ҡотлогилдинаның, Л.Миниязованың китаптары һәм сәсән Ғүмәр Ғайсиндың йомаҡтар китабы бүләк ителде. Сараның ихлас аралашыу менән үтеүе үҙе генә лә уҡыусыларҙың туған телдәге сараларҙы оҡшатыуын, уларҙың бик кәрәк булыуын күрһәтеп торҙо. Туған телебеҙҙә барған, йәйғорҙоң төрлө төҫтәрен йыйған күңелгә яҡын сара йыр, бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Аҙаҡ 2-се мәктәп директорының уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары О.В.Опарина Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбенә, уның етәксеһе Фәүзиә Ғәлим ҡыҙына ҙур рәхмәттәрен әйтте, артабан да ошондай туған телдәге сараларҙың булып тороуын теләне. Башҡорт теле уҡытыусылары ла шатлыҡтарын йәшермәне, үҙҙәренә таяныс тойоуҙарын әйттеләр. Районыбыҙҙа йәш ижадсыларҙы табыу, туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү буйынса бергәләп эшләргә кәрәклеген ике яҡ та яҡшы аңлай ине.
Йомғаҡлау сараһын үҙҙәренең мәктәбендә үткәрергә тип йүгереп йөрөгән Юлиә Шәйәхмәтоваға ҙур рәхмәт! “Йәйғор”ҙоң районыбыҙҙағы бүтән белем усаҡтарына ла төшәһе бар әле.
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА,
Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе.

Йәйғор балҡышы
Йәйғор балҡышы
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: