-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
7 Апрель 2023, 12:30

Театрҙы алыштырғандан Юнир үҙгәрмәй

Күренекле яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Юнир Шәкүр улы Ғәйнуллин үҙенең олпат юбилейын – 60 йәшен ҡаршыланы. Күп йылдар Сибай дәүләт башҡорт драма театрының әйҙәүсе актеры булған яҡташыбыҙ һәр юбилейын тыуған районына үҙ театры менән матур спектакль алып ҡайтып билдәләп килде. Сираттағы ғүмер байрамында ла ул ошо ҡағиҙәнән тайпылмай, тик был юлы Салауат дәүләт башҡорт драма театры составында киләсәк. Һәм һөйләшеү ҙә ошо яңылыҡтан башланды.

Театрҙы алыштырғандан Юнир үҙгәрмәй
Театрҙы алыштырғандан Юнир үҙгәрмәй

- Юнир Шәкүр улы, нисек улай театрҙы алыштырырға булып киттегеҙ?

- Сәбәбе бик ябай – тыуған яҡҡа яҡыныраҡ булыу теләге. Олоғая килә ғәзиз ер үҙенә нығыраҡ тарта бит. Атай-әсәйем мәрхүм булғас, минең иңгә тыуған нигеҙҙе ҡоротмау бурысы ятты. Әле Салауаттан аҙна һайын тиерлек ҡайтып торабыҙ.

- Яңы урынға күсеү ауыр булманымы, коллектив нисек ҡаршы алды?

- Әлбиттә, актер булараҡ формалашҡан, икенсе йортома әйләнгән Сибай театрынан айырылыу моңһоу булды. Коллектив та, тамашасылар ҙа ебәргеләре килмәне. Ә Салауатҡа мине күптән саҡыралар ине, һәйбәт ҡаршыланылар. Унда ла күптән белгән таныштар байтаҡ. Ауылдашым Гөлфирә Сәйфуллина (Үзбәкова), реклама бүлегендә тамырҙары Яугилденән булған Альбина Ғәлиуллина эшләп йөрөйҙәр. Әйткәндәй. Гөлфирә менән икебеҙгә былтыр бер көндә “Халыҡ артисы” исемен тапшырҙылар.

- Икенсе ҡала, яңы мөхит, яңы коллективта тәьҫораттар нисек?

- Бында килгәс эш урынынан ике бүлмәле фатир бирҙеләр. Ҡатыным Фәүнә Мәснәүи ҡыҙы Сибайҙа костюмер булып эшләгәйне, бында реквизит цехына урынлашты. Тормошто яңы биттән башлау, көнкүреште яйлау, яңы эш әле генә донъя көтә башлаған йәш саҡты хәтерләтә. Икенсе һулыш асылғандай, дәртләнеп эшләп йөрөйбөҙ әле.

- Ниндәй ролдәр өҫтөндә эшләйһегеҙ?

- Салауатта былтыр августан эшләй башланым. Килгәс тә Хәбибулла Ғәбитовтың “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” әҫәрендә Айсыуаҡ ролендә сыҡтым. Был пьеса тәүләп бынан бер быуат элек ҡуйылған булған. Артабан “С чего начинается Родина?” әҙәби-музыкаль лекторийында ветеран ҡарт образын кәүҙәләндерҙем. Һәм бына яҡташыбыҙ Салауат Әбүзәрҙең “Хазина” пьесаһында Аллабирҙе ҡартты башҡарам. Был спектаклдә тыуған нигеҙҙе ҡоротмау, ауылдар яҙмышы темаһы ҡыҙыл еп булып үтә.

- Ҡайһылай ныҡ тап килгән: ролегеҙ ҙә, үҙегеҙ ҙә тыуған нигеҙҙе тергеҙеү ниәте менән йәшәй. Был теманың нисек асылыуы районыбыҙ тамашасыһына ла ҡыҙыҡлы булыр тип уйлайым.

- Беҙ ҙә шуға иҫәп тотабыҙ. Яҡташтарым, һеҙҙе спектаклдә көтөп ҡалам!

Зифа ҒАЙСИНА әңгәмәләште.

Спектакль 7 апрель Красноусол мәҙәниәт һарайында киске сәәғәт 7-лә башлана. Билеттар һатыуҙа (300 һум).

ТАРИХЫН ОНОТҠАН - ИЛҺЕҘ ҠАЛҒАН

...Институтты тамамлағандан һуң ата-әсә йортонда төпләнергә ҡайтҡан Айбулат яңы йортҡа нигеҙ һалғанда хазина таба. Асыҡланыуынса, хазина ябайҙан булмай - һандыҡтың эсендә ғәрәп телендә яҙылған аманат һәм шәжәрә табыла, унда ошо ауылдың, ата-бабаларҙың тарихы һаҡлана. Саф күңелле Аллабирҙе бабай йәш быуынға аманатты еткереп ерҙәге үҙенең бурысын үтәп, яҡты донъя менән хушлаша. Уның ҡарауы, яҡты донъяға яңы сабый тыуа, тимәк, быуындар бәйләнеше өҙөлмәй, дауам итә. Шуныһы ҡыуаныслы, хазинаны алтын-көмөш, байлыҡ тип уйлаған Айбулаттың ауылдаштары ла спектакль аҙағында бының улай түгеллеген, төп хазина ата-бабаларыбыҙҙың ҡомартҡыһы икәнлеген яҡшы аңлай. Сәхнә биҙәлеше лә үҙенсәлекле ине: унда Башҡортостан картаһы, ауыл, Айбулаттың ата-әсәһенең йорто ла урын алған. Йорттоң ырыу тамғалары менән биҙәлеүе тамашаны тағы ла йөкмәткелерәк итә. Актерҙарҙың кейемдәрендә башҡорт милли биҙәктәре сағыла, костюмдар заманса, стилләштереп эшләнгән.

Спектаклдә төп ролдәрҙең береһе - Аллабирҙе ҡартты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Юнир Ғәйнуллин башҡара. Ул сығышы менән Ғәфүри районы Үзбәк ауылынан. Уға 5 апрель 60 йәш тулды. Ошо уңайҙан ул тыуған яҡтарына “Хазина” комедияһын алып ҡайтып күрһәтергә теләй. Сөнки әҫәрҙә лә бит тыуған яҡҡа һөйөү тураһында бәйән ителә.

- Тиҫтәнән ашыу йылдан һуң пьесаның тап беҙҙең театрҙа сәхнәгә сығарылыуы ғорурлыҡ уята. Әҫәрҙә тыуған төбәккә, ергә, телгә булған һөйөү, ата-бабаларҙың рухын һаҡлау, уға тап төшөрмәү кеүек изге төшөнсәләр урын алған. Был спектакль театрҙың репертуарында оҙаҡ йылдар йәшәр, уның менән башҡа ҡала-райондарға ла сығырбыҙ, тип өмөтләнәм, - ти театрҙың баш режиссеры, спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры Лиана Ниғмәтуллина.

Спектакль һуңында театр актеры Револь Ғималов яҙған “Башҡортом” йыры аҫтында Башҡортостан Республикаһын булдырыуға өлөшөн индергән, телем, халҡым тип янған билдәле тарихи шәхестәрҙе иҫкә алыу бик тулҡынландырғыс булды.

Тамашасылар спектаклде йылы ҡабул итте, артистарҙы көслө алҡыштар менән оҙаҡ сәхнәнән ебәрмәй торҙо.

Алһыу Шәмсетдинова:

- Бөгөн беҙ яҡтабышыбыҙ Салауат Әбүзәровтың пьесаһы буйынса Салауат театры ҡуйған комедияны ҡараныҡ. Комедия тиһәк тә, уның нигеҙендә тәрән уйландырырлыҡ проблемалар ята - эшһеҙлек, эскелек, ауылдарға тейешенсә иғтибар етмәү. Төп мәғәнәһе, әлбиттә, тыуған төйәккә тоғро ҡалыу, ата-бабабаларҙың рухын рәнйетмәү. Театрға йыш йөрөйбөҙ, артистарыбыҙ, һәр ваҡыттағыса, һоҡландырғыс итеп уйнаны.

Зәбирә Басирова:

- Спектаклде ғорурланып та, тулҡынланып та ҡарап ултырҙым. Бының менән артистар ағастың олоно ҡороһа, уның тамырының да ҡороуын, тарихын онотҡан халыҡтың иле бөтөүен, хазинаның алтын-көмөш түгел, ә уның тыуған тупрағыбыҙға булған оло һөйөү булыуын аңлатырға тырышты. Төп герой Айбулаттың үҙ һүҙендә ныҡ тороуы, сәмсел булыуы һоҡландырҙы. Беҙҙең милләт тә шундай ныҡ булһын, үҙ телен, тарихын белһен һәм үҙ мәнфәғәттәрен яҡлаһын, еребеҙҙе таратмайынса, телебеҙҙе һаҡлап йәшәһен ине башҡортом. Рәхәтләнеп ял иттек, күңел әйтеп аңлата алмаҫлыҡ тойғолар менән тулды. Артистарыбыҙҙың оҫтарғандан-оҫтара барыуын күрәбеҙ, уларҙың уңыштарына шатланабыҙ.

Ул көндө премьераға Салауат ҡалаһы халҡы ғына түгел, ә күрше Ишембайҙан да килгәйнеләр.

Фәрит Мырҙабаев:

- Премьера бик оҡшаны. Салауат артистары спектаклдең төп мәғәнәһен тамашасыға тулыһынса еткерә алды. Әлеге ваҡытта күпселек йәштәр ҡалаға ынтыла, спектакдең төп геройы Айбулат кеүек ауылға ҡайтып төпләнеүселәр бик һирәк. Спектакль ошо йәһәттән дә йәштәргә бик фәһемле. Төп хазина - алтын-көмөш түгел, ә ата-бабабаларыбыҙҙың ҡомартҡыһы, уларҙың аманаты. Рәхәтләнеп көлөп тә алдыҡ, тәрән уйландырған урындары ла етерлек булды.

Пьесаның авторы Салауат Әбүзәров пьесаһын сәхнәлә күреүенә шат.

- Пьесамды сәхнәгә сығарған Салауат башҡорт дәүләт драма театрына оло рәхмәтемде белдерәм. Комедия тигәс, башта аптырабыраҡ ҡуйғайным, сөнки әҫәр драма булараҡ яҙылғайны. Шуға драманы комедия рәүешендә лә биреп булыуын күҙ алдына килтерә алмай инем. Әммә режиссер Лиана Ниғмәтуллина халыҡҡа сағыу образдар, үҙенсәлекле алымдар аша көлкөлө, шул уҡ ваҡытта уйландырырлыҡ әҫәр ҡуя алған. Был спектаклде мотлаҡ бөтә республика тамашасыһы күрергә тейеш. Салауат халҡы, һәр ваҡыт шулай берҙәм, татыу булып театрға йөрөгөҙ, залдар һәр саҡ тулы булып торһон, - тине ул.

Динә БӘШИРОВА, театрҙың әҙәбиәт бүлеге белгесе.

 

Театрҙы алыштырғандан Юнир үҙгәрмәй
Театрҙы алыштырғандан Юнир үҙгәрмәй
Театрҙы алыштырғандан Юнир үҙгәрмәй
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: