Ауылым - Ябалағым
Ауылымдың тирә-яғы
Ерекле лә, тирәкле.
Туғайҙары йәйҙәр буйы
Сәскәле лә, еләкле.
Баҫыуҙары гөрләп тора,
Ауыл эшсән халыҡлы.
Ике яҡта ике күле,
Икеһе лә балыҡлы.
Ҡомло ерҙә һыу инәләр
Бала-саға көн буйы.
Ә йәштәре йырлап уҙа
Йоҡламайса төн буйы.
Йәшлегем ҡалған ҡасып
Үткәндәргә ҡайтып барам
Һағынып, ярһып.
Ҡайҙа ғына ҡалған икән
Йәшлегем ҡасып?
Ҡайҙа һин, яҙмыш, ташланың,
Айырҙы йылдар.
Һинең янға ҡайтырға ла
Өҙөлдө юлдар.
Күпме ваҡыт һинһеҙ уҙған,
Һыҙлана йөрәк.
Йәшәргә көс алыр өсөн
Миңә һин кәрәк.
Ғүмер йомғаҡтарын һүтәм,
Яңғыҙым үтәм.
Ә күңелдә өмөт уты,
Мин һине көтәм.
Сит ерҙәрҙә бәхет эҙләп,
Һине күрмәнем,
Яратҡаным һин икәнен
Мин бит белмәнем.
Һағыш уты булып ҡалған
Юлдар ябылған.
Һине уйлап йәшәү - бәхет,
Шулай яҙылған.
Торатау
Торатауым сихри көскә эйә,
Күңел тороштарын көйләүсе.
Быуын менән быуын бәйләнешен,
Үткәндәрен уның һөйләүсе.
Уның һырттарынан көн башлана,
Әкрен генә ҡояш күренә.
Бар тирә-яҡ, ауылҡайым минең,
Йылылыҡҡа, нурға күмелә.
Ялан сәскәләргә күмелгәндә
Йыйылғандар халҡы: юрматы.
Билен бирмәҫ батырҙар көрәшкән,
Ярышҡандар улар уҡ атып.
Тау башына менеп, уйнап-көлөп,
Йә булмаһа, һөнәр күрһәтеп,
Егет-ҡыҙҙар үҙ парҙарын тапҡан,
Йәштәр туйы үткән гөрләтеп.
Һуғыштарға киткән һәр бер яугир
Күтәрелгән уның башына.
Иле-ере менән хушлашҡан ул,
Баҫып уның ҡая ташына.
Ошо тау башына күтәрелеп,
Менеп баҫһаң уның үренә:
Боролоп-боролоп Ағиҙеле аға,
Йөрәктауы, Ҡуштау күренә.
Халҡым һаҡлап ҡалды ҡомартҡыһын,
Торатауым торған, торасаҡ.
Хәҙер инде донъяла билдәле,
Бында геопарк буласаҡ.
Нурия Сәғитова.
Ишембай районы.