Балалыҡ-үҫмер йылдары районыбыҙҙың Үзбәк ауылында үткән Рәмил Ғимрани мәктәптән һуң һөнәрселек училищеһын, һуңынан Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлай. Армия сафында хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, клуб мөдире, мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй. Байтаҡ йылдар ҡала мәктәптәрендә балалар уҡыта, мәҙәниәт йортонда эшләй. Буш ваҡытында йыр яҙыу, шиғыр һәм хикәйәләр өҫтөндә эшләй. Рәмил Ғимраниҙың исеме халыҡҡа һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе яҙып, шул йырҙарҙы үҙе башҡарған йырсы-композитор булараҡ яҡшы таныш. Шул уҡ ваҡытта ул районыбыҙҙағы өс тиҫтәгә яҡын ауылға, гимназияға атап йырҙар ижад итте. Уның йырҙарын хәҙер төрлө быуын артистары яратып башҡара. Ижад емештәре радио, телевидение аша яңғырап, матбуғат баҫмалары биттәрендә донъя күреп килә.
Йырҙары ололарға ғына түгел, кесе йәштәгеләрҙең дә күңеленә хуш килә. Уның “Бесәйем” (А.Басирова шиғырына ижад ителгән), “Өй эйәһе” (Р.Шәмсетдинова һүҙҙәре), “Шаула, бала саҡ” (В.Ғүмәров), “Гимназиям” (К.Булат), “Усаҡ” (З.Хөсәйенова) йырҙарын балалар яратып башҡара. Шулай уҡ балалар өсөн тиҙәйткестәр йыйынтығы баҫылған. Күптән түгел “Шағир данлаған Атайсал” проекты ярҙамы менән уҡыусылар өсөн “Тыуған яғым – моңтөйәк” китабы ла нәшер ителде. Йырҙар, шиғыр-робағиҙар, хикәйәләр яҙыусы Рәмил Мөхәмәтхәй улы тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы, тарихи ҡомартҡыларҙы, ер-һыу атамаларын, улар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе йыйып, ҡәҙерләп һаҡлаусы ла.
“Моң шишмәһе шиғриәт” бәйгеһендә уҡыусы балаларҙың һәләтен мәртәбәле жюри ағзалары - шағир-композитор Рәмил Мөхәмәтхәй улы Ғимрани, РФ-ның Почётлы мәғариф хеҙмәткәре, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына лайыҡ булыусы, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының “Урал батыр” мәктәбе етәксеһе Гөлшат Әкрәм ҡыҙы Вәлиева, район мәғариф бүлеге методисы Альбина Булат ҡыҙы Басирова, район китапханаһы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәүзиә Сәғиҙулла ҡыҙы Зәйнуллина, “Ғафури” халыҡ театры режиссёры Гөлфирә Тимерйән ҡыҙы Әлмөхәмәтова, район мәҙәниәт һарайының төп хормейстеры Хызыр Мөхәмәтгәрәй улы Нәзиров баһаланы. Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Вәсилә Вәис ҡыҙы Әбделмәнова (проект етәксеһе) менән Зөлфирә Рәхмәтулла ҡыҙы Үтәғолова матур итеп алып барҙы.
Бәйгегә районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән 50-гә яҡын бала йыйылып, улар башҡорт телендә тасуири итеп шиғыр һөйләне, шулай уҡ йырҙар ҙа башҡарҙылар.
Һуңынан еңеүселәр билдәләнеп, төрлө номинация, урындар буйынса балалар грамота һәм бүләктәр алып ҡыуанды. Бына улар: “Иң кескәй ҡатнашыусы” номинацияһына - Самира Ҡолманова, “Шиғри моң” номинацияһына - Сабина Йәмғурова, Лилиә Әмирханова, “Шиғри әҫәрҙе нәфис һөйләү” номинацияһына - Гүзәлиә Вәлиева, Әлфинә Фәйзуллина, “Тыуған яғым – моңтөйәк” номинацияһына - Рамазан Саҙриев, Азамат Ғүмәров лайыҡ булһа, 1-се урынды Искәндәр Моратов, Гөлнәзирә Рәхмәтуллина, 2-сене - Айбулат Аҡбулатов, Нур Кәримов, Рәмзил Хәбибуллин 3-сөнө Дауыт Басыров, Айһылыу Кәлимуллина яуланы.
Айырым йырлаусылар араһында “Ҡайтырмын, әсәйем” йыры менән Илүзә Собханғолова беренселекте бер кемгә лә бирмәһә, иң күп сығыш яһаусы КБГИ уҡыусылары булып, “Наҙ” ансамбле (етәкселәре Динә Ғилман ҡыҙы Абдуллина) еңеүсе тип билдәләнде. Бәйгелә иң мөһиме – һәр баланың тасуири итеп шиғыр һөйләргә, йырларға ынтылышы күренде. Рәми Ғимраниҙың “Түбәтәйем”, “Йәшәү ҡәҙере”, “Ҡорт балы”, “Ҡайтырмын, әсәйем”, “Ғафурийым – тыуған ерем”, “Гимназиям”, “Ҡурсағым” исемле шиғыр, йырҙарын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Еңеүселәргә шулай уҡ шағир-композиторҙың яңы сыҡҡан китабы ла бүләк ителде. Сараға йыйылыусылар Рәмил Ғимраниҙың ижады менән яҡындан танышып, уның моң шишмәһе булып ағылған шиғырҙарына, йырҙарына тағы ла бер тапҡыр таң ҡалды. Кисәлә Рәмил Ғимрани үҙе лә балаларға шиғырҙарын илһамланып һөйләп ишеттерҙе, улар менән йәнле аралашып, саф башҡорт телебеҙҙе белеп үҫеүҙәрен, уны яратыуҙарын, һаҡлауҙарын теләне. Был саранан балалар сағыу тәьҫораттар алып таралышты.