Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Октябрь 2025, 11:40

Эшем дә, коллектив та бик оҡшай

2021 йылдан республикабыҙҙа “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы тормошҡа ашырыла. Был программа йәш белгестәрҙе тыуған яҡтарындағы мәҙәниәт усаҡтарына эшкә ҡайтыуға ҡыҙыҡһындыра. Тап ошо программа сиктәрендә район мәҙәниәт йортонда юғары белемле һәм тәжрибәле вокал сәнғәте белгесе Разалия Салауатова эш башланы. Уның менән яҡынданыраҡ таныштырабыҙ.

Эшем дә, коллектив та бик оҡшай
Эшем дә, коллектив та бик оҡшай

Республикабыҙҙа мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелеп, Башҡортостан “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән тотош Рәсәй буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә мәҙәни башланғыстарҙы яҡлау һәм үҫтереү проекттары әүҙем тормошҡа ашырыла. Ә инде мәҙәниәт учреждениелары һаны буйынса республикабыҙ Рәсәй буйынса беренсе урында килә.
Билдәле булыуынса, 2021 йылдан республикабыҙҙа “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы тормошҡа ашырыла башлап, ауыл мәҙәниәт йортона эшкә ҡайтыусы хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға респуб-лика ҡаҙнаһынан 500 мең һум аҡса бирелгән. Ә инде 2023 йылдан 1 млн һум бирелә башланы. Һөҙөмтәлә, 2021-2023 йылдарҙа ауыл мәҙәниәт йорттарында эш башлаған 120 белгескә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн дөйөм алғанда 75 млн һум аҡса түләнгән.
Аңлашылыуынса, был программа йәш белгестәрҙе тыуған ауылдарындағы мәҙәниәт усаҡтарына эшкә ҡайтыуға ҡыҙыҡһындыра. Бер тапҡыр бирелә торған бындай компенсацияға мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, балалар сәнғәт мәктәбе, шулай уҡ музыка, художество, хореография мәктәптәре уҡытыусылары дәғүә итә ала.
Тап ошо “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы сиктәрендә район мәҙәниәт йортонда юғары белемле һәм тәжрибәле вокаль сәнғәте белгесе Разалия Салауатова эш башланы. Мәҙәниәт йортонда үткән сараларҙа, концерттарҙа тамашасылар уны тәүге сығыштарынан уҡ йылы ҡабул итеп, көслө алҡыштарға күмде.
Разалия Хадим ҡыҙы Борай районының Камилән ауылы ҡыҙы. Ҡазан сәнғәт һәм мәҙәниәт университетында, Татарстан һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор, Ғабдулла Туҡай дәүләт премияһы лауреаты Венера Ғәниева етәкселегендәге вокал кафедраһында белем алған. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Өфөләге һөнәрселек колледжында художество етәксеһе булып эшләгән, шул уҡ ваҡытта эш аралаш Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева менән бергәләп республика буйлап гостролдәргә лә сыҡҡылаған.
Артабан инде Нефтекама ҡалаһы филармонияһында эшләгән, ғаиләле булғас инде Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәп, ундағы Татарстан-Башҡортостан ижади берекмәһе составында ижад иткән.
- Ҡапыл ғына Татарстанға ҡайтырға булдыҡ та, Түбәнге Кама ҡалаһында урынлашып, ундағы театр студияһында уҡытыусы булып эш башланым. Эшем дә, коллективым да бик оҡшай ине. Башҡортостанға, Ғафури районына ҡайтабыҙ тигәс, ебәрмәйбеҙ, тип бер булдылар, - ти Разалия Хадим ҡыҙы.
- Ә ни өсөн тап Красноусолға килергә булдығыҙ? - тип ҡыҙыҡһынам.
- Тормош иптәшем Красноусолдыҡы бит. Ҡәйнәм Земфира Нәжметдин ҡыҙы ла бында йәшәй. Ҡайтыуыбыҙға ла ул сәбәпсе булды инде. Һаулыҡ һағы ветерандарының “Усолье” вокаль ансамблендә йырлай ул. Һүҙ аралаш минең сәнғәт белгесе, йырсы икәнемде әйткән дә, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Эльвира Нурислам ҡыҙы шундуҡ шылтыратып, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы буйынса Красноусолға эшкә ҡайтырға тәҡдим итте. Иптәшем Айҙар былай ҙа Башҡортостанға ҡайтыу тураһында уйлана ине инде. Бына шулай, саҡырыуҙы ҡабул итеп, Красноусолға ҡайттыҡ, - ти Разалия.
- Яңы коллективта эш башлауы ауыр булманымы, нисек ҡабул иттеләр?
- Бик яҡшы итеп. Коллектив шул тик-лем һәйбәт, ихластар. Тәүге көндәрҙән үк үҙ кешегә әйләндем. Башта нисектер ҡурҡып, шөрләберәк тора инем инде. Тәүге аралашыуҙан уҡ бөтә шик-шөбһәләрем ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты, - ти ул. - Башҡортостанда “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы эшләүе, уның ярҙамында эш башлаусыларҙың йәшәү шарттарын яҡшырта алыуы һәйбәт, - ти Разалия Хадим ҡыҙы. - Эшемде бик яратам һәм бында килеүемә һис үкенмәйем. Хеҙмәттәштәремдең, мәҙәниәт бүлеге етәксеһенең ышанысын аҡлармын, тип ышанам. Ә инде вәғәҙә ителгән аҡсаны алғас, тәғәйенләнеше буйынса тотонорға тибеҙ.
Разалия Хадим ҡыҙына беҙ ҙә яңы урында ныҡлы төпләнеп, оҙаҡ йылдар тамашасыларын дәртле, моңло йырҙары менән һөйөндөрөп, уңышлы эшләүен, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Эшем дә, коллектив та бик оҡшай
Эшем дә, коллектив та бик оҡшай
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас