-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
28 Ноябрь 2016, 18:39

1-10 декабрь - Матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө

1 декабрҙән 11 декабргә тиклем Бөтә Рәсәй гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө уҙғарыла.

Шулай итеп, был арауыҡта "Табын” гәзитенә 685 һум 02 тингә (индексы – 50675), пенсионерҙар 621 һум 06 тингә (индексы – 06075) яҙыла алаһығыҙ.

Красноусолда йәшәүселәр редакцияның реклама бүлегендә, йә булмаһа Ғафури мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре (почтальондары) аша ла "Табын”ға яҙыла ала. Гәзиткә яҙылыу хаҡы – 612 һум.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

Гәзиткә яҙылыусылар араһында автоһәүәҫкәрҙәр өсөн бүләктәр уйнатыласағы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. 1 декабрҙә 11.00 сәғәттә Красноусолда почта бүлексәһе эргәһендә автоһәүәҫкәрҙәр араһында бүләктәр уйнатыласаҡ. Бының өсөн машинағыҙға алдан таратылған нак-лейканы йәбештереп, почта бүлексәһе ҡаршыһына килергә кәрәк.