+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Декабрь 2016, 21:12

Һанаулы ғына көндәр ҡалды

-"Табын” гәзитен электән яратып уҡыйым, эшем буйынса ауылдар буйлап йөрөгәндә башҡорт-татар ғаиләләренең "Звезда” гәзитен яҙҙырғандарын күрһәм, йәнем әсеп, уларҙы шелтәләп китәм.

-"Табын” гәзитен электән яратып уҡыйым, эшем буйынса ауылдар буйлап йөрөгәндә башҡорт-татар ғаиләләренең "Звезда” гәзитен яҙҙырғандарын күрһәм, йәнем әсеп, уларҙы шелтәләп китәм. Үҙебеҙҙең телдә сыҡҡан гәзитте үҙебеҙ алдырмаһаҡ, кем алдырып уҡыр,- тип үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты Красноусолдан "Аҙна һайын бүләк” акцияһында сәй йыйылмаһы отҡан Миңнифа Мәсәлимова (һүрәттә).

Эйе, Миңнифа апай кеүек уҡыусыларыбыҙ бар саҡта "Табын” гәзите йәшәйәсәк әле. 20 декабргә ҡарата гәзитебеҙгә 1880 кеше яҙылған. Былтырғы менән сағыштырғанда был күп түгел. Шуға ла Яңы йылға тиклем кемдәр яҙылып өлгөрмәгән, ашығығыҙ, подпис-ка тамамланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды.

"Табын” гәзитенә 6 айға яҙылыу хаҡы 761 һум 16 тин, пенсионерҙар өсөн 690 һум 06 тин тора. Тотош бер йыллыҡҡа яҙылыусылар өсөн 15 процент ташлама яһалып, хаҡ 1380 һум 07 тин итеп билдәләнде. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн дә ташлама ҡаралған: улар 6 айға 632 һум 58 тингә, ә тотош бер йылға 1265 һум 21 тингә яҙыла ала. Ғафури мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре таратасаҡ гәзит өсөн 6 айға 612 һум түләргә кәрәк.

"Табын” дың электрон вариантына 522 һумға, ә тотош бер йылға 886 һумға яҙылырға була.
Читайте нас: