+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
26 Декабрь 2016, 21:36

Бүләк отҡандарын белмәгәндәр

"Аҙна һайын бүләк” акцияһында октябрь айында уҡ бүләк отҡан Яңғыҙҡайын ауылынан Рауил Хисмәтуллин (һүрәттә, һулда) бүләген яңыраҡ ҡына килеп алды.

- Үҙем "Табын”ды "Йондоҙ” сағынан уҡ алдырып уҡыйым. Быға тиклем бүләк отҡаным булмағас иғтибар ҙа итмәгәнмен. Почтаға барғас ҡына ундағы ҡыҙҙар әйтте бүләк отоуымды, - ти Риф Фәттәхетдинов ҡыуанысын йәшермәйенсә.

Эйе, гәзитте һәр саҡ иғтибар менән уҡырға, ә бының өсөн уға ваҡытында яҙылырға кәрәк шул.

Хөрмәтле дуҫтар, ваҡыт бик аҙ ҡалды, ашығығыҙ!

"Табын” гәзитенә 6 айға яҙылыу хаҡы 761 һум 16 тин, пенсионерҙар өсөн 690 һум 06 тин тора. Тотош бер йыллыҡҡа яҙылыусылар өсөн 15 процент ташлама яһалып, хаҡ 1380 һум 07 тин итеп билдәләнде. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн дә ташлама ҡаралған: улар 6 айға 632 һум 58 тингә, ә тотош бер йылға 1265 һум 21 тингә яҙыла ала. Ғафури мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре таратасаҡ гәзит өсөн 6 айға 612 һум түләргә кәрәк.

"Табын”дың электрон вариантына 522 һумға, ә тотош бер йылға 886 һумға яҙылырға була.
Читайте нас: