-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
27 Октябрь 2017, 12:16

"Табын" килһен һәр йортҡа!

Октябрҙең өсөнсө аҙна еңеүселәрен бүләкләү ҙә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Был юлы ла бүләктәребеҙ “Табын”ды даими алдырып уҡыусыларыбыҙға эләкте.

Ф.Юлдашева, Г.Баймөхәмәтова.
Ф.Юлдашева, Г.Баймөхәмәтова.
Октябрҙең өсөнсө аҙна еңеүселәрен бүләкләү ҙә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Был юлы ла бүләктәребеҙ “Табын”ды даими алдырып уҡыусыларыбыҙға эләкте.

-Беҙҙең менән бөтә ауылдаштар шатланды, һәр береһе ҡотлай, - тип шатлығын йәшермәй Баҡраҡтан килгән Фирҙәүсә Юлдашева. Игенйылғанан Гөлнара Баймөхәмәтова бүләк уйнатырҙан алда ғына квитанцияһын ҡалдырып, уның шундуҡ отошло булыуына хайран ҡалған. Ә Родина ауылынан Миңлеғәле Мәсәғүтовты бүләге редакцияла көтә.

Эйе, редакцияла бүләк отошона килгән квитанциялар күбәйгәндән-күбәйә. Тимәк, киләһе йылға “Табын”ға яҙылыусылар ҙа арта бара. Тик улар алдағы йылдарҙағынан кәм булмаһын, киреһенсә, арта төшһөн ине. Ун көнлөк осоронда матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу форсатынан күптәр файҙаланып ҡалғандыр, тип ышанабыҙ. Ә кемдәр әлегә яҙылып өлгөрмәгән, “Табын”ға яҙылыу хаҡтарын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзиткә яҙылыу хаҡы 835 һум 26 тин (индексы 50675), пенсионерҙар өсөн 764 һум 16 тин (06075) тора. Красноусолда йәшәүселәр өсөн альтернатив подписка ла ойошторола (редакция аша). Бындай осраҡта “Табын”ға ни бары 630 һумға яҙылырға була. “Табын”дың электрон вариантының хаҡы - 521 һум.
Читайте нас: