+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Ноябрь 2017, 18:22

“Бәхетле авто” отошонда ҡатнашығыҙ! Бәлки ошо бәхетле кеше тап һеҙҙер

“Аҙна һайын бүләк” конкурсы әлегә тамамланды һәм ул декабрь айында тағы ла ике аҙна һуҙымында дауам итәсәк.

Галина Кузинаның килене.
Галина Кузинаның килене.
“Аҙна һайын бүләк” конкурсы әлегә тамамланды һәм ул декабрь айында тағы ла ике аҙна һуҙымында дауам итәсәк.

Ә ноябрҙә иһә “Бәхетле авто” конкурсы уҙғарыла. Был конкурста ҡатнашыу өсөн “Табын”ға яҙылып, квитанцияһын редакцияға тапшырырға һәм автомобилегеҙгә йәбештереү өсөн наклейка алырға кәрәк. Бүләк уйнатыу көнөн гәзиттә хәбәр итәсәкбеҙ.

Әлегә “Табын”ға яҙылыу бик һүлпән бара. 9 ноябргә ҡарата гәзитебеҙгә ни бары 895 кеше генә яҙылған. Ә бит подписка кампанияһы тамамланырға ай ярым ғына ваҡыт ҡалып бара. Шуныһын да билдәләп үтмәй булмай, ҡәрҙәштәребеҙ милли баҫмаға яҙылып бармаған бер ваҡытта, сит милләт вәкилдәре лә “Табын”ды алдырып уҡый. Быны беҙ сираттағы “Аҙна һайын бүләк” отошонда асыҡлап аптырашта ҡалдыҡ. Баҡтиһәң, Архангелка ауылында йәшәүсе Галина Кузина “Табын”ды күптән алдырып уҡый икән. Уның бүләген килене (һүрәттә) килеп алды. Уның кеүектәрҙән өлгө алһағыҙ ине, дуҫтар!

“Табын”ға ярты йылға яҙылыу хаҡы 835 һум 26 тин (индексы – 50675), пенсионерҙар өсөн 764 һум 16 тин (06075), бер йылға яҙылыу хаҡы 1528 һум 38 тин (00122) тора. Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысул менән дә гәзитебеҙгә яҙыла ала. Бындай осраҡта гәзит хаҡы 630 һум тора һәм редакция почтальондары таратасаҡ. “Табын”дың электрон вариантына 521 һумға яҙылырға була.

“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!
Читайте нас: