+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Ноябрь 2017, 13:20

Супер-бүләк отҡоғоҙ килһә...

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Ноябрь айында “Бәхетле авто” конкурсы уҙғарыла. Был конкурста ҡатнашыу өсөн “Табын”ға яҙылып, квитанцияһын редакцияға тапшырырға һәм автомобилегеҙгә йәбештереү өсөн наклейка алырға кәрәк. Билдәле бер көндө бүләктәр уйнатасаҡбыҙ.

Ләлә Шәмсетдинова.
Ләлә Шәмсетдинова.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

Ноябрь айында “Бәхетле авто” конкурсы уҙғарыла. Был конкурста ҡатнашыу өсөн “Табын”ға яҙылып, квитанцияһын редакцияға тапшырырға һәм автомобилегеҙгә йәбештереү өсөн наклейка алырға кәрәк. Билдәле бер көндө бүләктәр уйнатасаҡбыҙ.

Шуныһын да еткерәбеҙ, “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто бер район һәм кәмендә бер республика баҫмаһына яҙылыусылар араһында супер-бүләк конкурсы ойоштора. Әйткәндәй, ошо конкурста ҡатнашып, “Табын” һәм “Йәшлек” гәзиттәренә яҙылып, Йөҙимән ауылынан Ләлә Шәмсетдинова (һүрәттә) спутник антеннаһы отто. Отош йәһәтенән бәхете бар Ләләнең. Ул 2003 йылда тормош иптәше Таһир менән “Аҙна” гәзите ойошторған лотереяла ҡатнашып “ВАЗ – 2107” автомашинаһы отҡайнылар. Бына йәнә уларға бәхет йылмайҙы. Башҡа гәзит уҡыусыларға шуны еткерәбеҙ, әйҙәгеҙ, әүҙемерәк ҡуҙғалайыҡ, гәзиткә яҙыла һалып квитанцияларығыҙҙы беҙгә һәм Өфөгә ебәрә һалығыҙ. Бүләктәр бик матур, үкенмәҫһегеҙ.

“Табын”ға ярты йылға яҙылыу хаҡы 835 һум 26 тин (индексы – 50675), пенсионерҙар өсөн 764 һум 16 тин (06075), бер йылға яҙылыу хаҡы 1528 һум 38 тин (00122) тора. Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысул менән дә гәзитебеҙгә яҙыла ала. Бындай осраҡта гәзит хаҡы 630 һум тора һәм редакция почтальондары таратасаҡ. “Табын”дың электрон вариантына 521 һумға яҙылырға була.

“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!


Читайте нас: