Алдан вәғәҙә ителгән “Бәхетле авто” бүләктәрен уйнатырға ла ваҡыт етте: 29 ноябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә “Табын”ды алдырып уҡыусы автомобилселәрҙең кемдәренә матур-матур бүләктәр сығырын асыҡлаясаҡбыҙ. Бүләк отошо Ғафури мәғлүмәт үҙәгенең 1-се ҡатында (адресы: Красно-усол ауылы, Фрунзе урамы, 33-сө йорт) була.
Кемдәр “Бәхетле авто”ла ҡатнашыр өсөн квитанцияларын редакцияла ҡалдырған, шулай уҡ яңыраҡ гәзиткә яҙылған, һеҙҙе 29 ноябрҙә мәғлүмәт үҙәгендә көтәбеҙ, бүләктәр отошҡа килеп, яңынан теркәлгән автомобилселәр араһында уйнатыла. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаусы таныҡлыҡ, ИНН һәм СНИЛС танытмалары алып килергә онотмағыҙ.
Йәнә бер һөйөнөслө яңылыҡ: 1 декабрҙән 10-ына тиклем Матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителә. Ошо арауыҡта барлыҡ матбуғат баҫмаларына, шул иҫәптән район гәзиттәренә, ташламалы хаҡҡа яҙылып буласаҡ. Бындай форсаттан файҙаланмау яҙыҡ булыр, шуға яратҡан баҫмаларығыҙға яҙылырға ашығығыҙ, дуҫтар! Ун көнлөктә 2018 йылға “Табын”ға яҙылыу хаҡтары түбәндәгесә буласаҡ: ярты йылға яҙылыу 751 һум 74 тин (индексы - 50675), пенсионерҙар өсөн 687 һум 78 тин (06075), Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары өсөн 622 һум 74 тин (06075); тотош бер йылға 1375 һум 54 тин (индексы 00122), пенсионерҙар һәм һуғыш ветерандарына 1245 һум 47 тин (00122).
Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысул менән гәзиткә ярты йылға 630 һумға яҙыла ала, бының өсөн редакцияның үҙенә килергә, йәки мәғлүмәт үҙәге почтальондарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. “Табын”дың электрон версияһына яҙылыу 521 һум тора.
Бергә булдыҡ, артабан да бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!