+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
1 Декабрь 2017, 12:25

“Бәхетле авто” кемдәргә йылмайҙы?

Билдәләнгән ваҡытҡа - 29 ноябрь, иртәнге сәғәт 11-гә Ғафури мәғлүмәт үҙәге бинаһына район матбуғаты дуҫтары, был юлы фәҡәт автомобилсе гәзит уҡыусылар йыйылды. “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто БР ДУП-ы иғлан иткән “Бәхетле авто” бүләктәрен уйнатыуҙа ҡатнашырға килде улар.

"Бәхетле авто" еңеүселәре бүләктәре менән.
"Бәхетле авто" еңеүселәре бүләктәре менән.
Билдәләнгән ваҡытҡа - 29 ноябрь, иртәнге сәғәт 11-гә Ғафури мәғлүмәт үҙәге бинаһына район матбуғаты дуҫтары, был юлы фәҡәт автомобилсе гәзит уҡыусылар йыйылды. “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто БР ДУП-ы иғлан иткән “Бәхетле авто” бүләктәрен уйнатыуҙа ҡатнашырға килде улар.

Уйын тәртибенә ярашлы, алдан квитанцияларын редакцияла ҡалдырып, наклейка алған һәм алмаған гәзит уҡыусыларыбыҙ уйын көндө килеп етеп, яңынан теркәлергә тейеш ине. Был шарт үтәлгәндән һуң һәр ҡатнашыусыға бирелгән номерлы ҡағыҙҙар лототронға төшөрөлдө. Башта “Звезда” район гәзитенә тәғәйен бүләктәр уйнатылды. Артабан әсәһе һәм олатаһы менән сараға килгән Айҙар “Табын”ды уҡыусылар араһында бүләк хужаларын “асыҡланы”.

Шулай итеп, “Бәхетле авто” бүләктәре бына кемдәргә йылмайҙы: авария йыйылмаһы – З.Ғ.Ғәзизова (Красноусол ауылы, Гоголь тыҡрығы, 14), AVS автокомпрессоры – Г.Баймөхәмәтова (Игенйылға ауылы, Үҙәк урам, 82), монометрлы автокомпрессор – М.Рахманғолова (Сәйетбаба ауылы, Колхоз урамы, 28), S-16 автокомпрессоры -Ф.Ф.Иҙрисов (Красноусол ауылы, Гагарин урамы 54/2-се йорт, 12) .

Ғафури мәғлүмәт үҙәге тәҡдим иткән дәртләндереү бүләктәре лә үҙ хужаларын тапты: автомобиль щеткалары - Красноусолдан Г.Зәйнешеваға (Фрунзе урамы, 35/1, 10) һәм Болон урамынан А.Әбделмәноваға, салфеткалар йыйылмаһы – С.Түзбәковҡа (Имәндәш ауылы, Колхоз урамы, 51), тәҙрә өсөн салфетка – З.М.Кәримова (Табын ауылы, Октябрь урамы, 2), һауа хушландырғыс – Красноусолдан (Һамар урамы, 5) Ф.Л.Абдуллинаға, туңмай торған шыйыҡса – Красноусолдан (Ясная Поляна урамы, 6) М.Г.Бәшәроваға сыҡты.

Бүләкләнеүселәрҙең барыһын да ҡотлайбыҙ, бүләктәребеҙ юлдарығыҙ бәлә-ҡазаһыҙ, имен булыуына булышлыҡ итеп, “Табын” менән дуҫлығығыҙ тағы оҙаҡ дауам итһен!

Ә кемдәр әлегәсә район гәзитенә яҙылып өлгөрмәгән, шәп яңылыҡ еткерәбеҙ:

1 декабрҙән Матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө башлана, ул 10 декабргә тиклем дауам итә.
Читайте нас: