+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Декабрь 2017, 17:44

Сираттағы еңеүселәр билдәләнде

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Декабрь айында ике аҙна һуҙымында “Аҙна һайын бүләк” отошон уҙғарыу хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Бына, ниһайәт, тәүге аҙна еңеүселәре билдәле булды.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

Декабрь айында ике аҙна һуҙымында “Аҙна һайын бүләк” отошон уҙғарыу хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Бына, ниһайәт, тәүге аҙна еңеүселәре билдәле булды. Шулай итеп, көрөшкәләр йыйылмаһы Еҙем-Ҡаран ауылынан Илүс Ғиззәтуллин (М. Ғафури урамы, 42) өлөшөнә сыҡты. Термокөрөшкәне Тайыш ауылынан Фәйез Сөләймәнов (Үҙәк урам, 10) отто. Үтәк ауылынан (Чапаев урамы, 61) Әйүп Ҡормановҡа салаттар йыйылмаһы насип булды. Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм 14 декабрҙә 11.00 сәғәттә бүләктәрен редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ. Үҙегеҙ менән

паспорт һәм ИНН, СНИЛС документтарын алып килергә онотмағыҙ. Шуныһын да еткерәбеҙ, “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто бер район һәм кәмендә бер рес-публика баҫмаһына яҙылыусылар араһында супер-бүләк конкурсы ойоштора. Бының өсөн “Табын”ға һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитанцияһын Өфө ҡалаһына (адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, супер-бүләк тип яҙырға кәрәк) ебәрергә кәрәк.

“Табын” ға ярты йылға яҙылыу хаҡы 835 һум 26 тин (индексы – 50675), пенсионерҙар өсөн 764 һум 16 тин (06075) тора. Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысул менән дә гәзитебеҙгә яҙыла ала. Бындай осраҡта гәзит хаҡы 630 һум тора һәм редакция почтальондары таратасаҡ. “Табын”дың электрон вариантына 521 һумға яҙылырға була.

“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!


Читайте нас: