Декабрҙәге тәүге“Аҙна һайын бүләк” акцияһында еңеүселәрҙән иң беренсе булып Үтәктән Әйүп ағай Ҡорманов килеп етте. Һәр ваҡыттағыса, бүләк эйәләре менән яҡындан танышып ҡалыу журналистарҙың үҙҙәренә лә ҡыҙыҡ.
Быйыл 80 йәшен билдәләп үткән Әйүп ағай иһә район гәзитенә һис тә ят түгел. “Гәзитте “Еңербеҙ” сағынан алабыҙ. Үҙем белеп, теләп яҙылғанда 20 йәштәрҙә генә булғанмындыр. Һәр саҡ өйгә 5-6 баҫма килеп торҙо, - тип хәтирәләргә бирелде ағай. – Үҙемде лә район гәзитенә берәй ун тапҡыр ғына төшөргәндәрҙер. Мал ҡараусы булып эшләнем мин. “Егән” колхозында 55 йыл эшләнем, шуның 30 йылы – малсылыҡта. 15 йыл малдарҙы тауға ҡыуып йәйләтеп яттым. Лимузин тоҡомло үгеҙҙәрҙе лә ҡарарға тура килде.”
Әйүп ағай ҡатыны Зәкирә апай менән 7 бала үҫтергән, әлеге көндә Үтәктә ғүмер итәләр. Бүләгебеҙ уларға матур иҫтәлек булһын. Ә алда – йәнә бер аҙна еңеүселәрен асыҡлау мәле.
Район тормошона, тирә-йүндәге хәлдәргә битараф булмағандар “Табын”ға күптән яҙылып ҡуйғандыр, әлбиттә. Әммә, төрлө сәбәп менән (тормош бит!) әлегәсә гәзиткә яҙылыуҙы һуҙып килеүселәрҙең иҫтәренә төшөрәбеҙ:
“Табын”ға ярты йылға яҙылыу хаҡы 835 һум 26 тин (индексы – 50675), пенсионерҙар өсөн 764 һум 16 тин (06075) тора. Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысул менән дә гәзитебеҙгә яҙыла ала. Бындай осраҡта гәзит хаҡы 630 һум тора һәм редакция почтальондары таратасаҡ. “Табын”дың электрон вариантына 521 һумға яҙылырға була.