+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Март 2018, 11:37

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

2018 йылдың икенсе яртыһына “Табын” район гәзитенә алдан яҙылыу иғлан иткән инек.

2018 йылдың икенсе яртыһына “Табын” район гәзитенә алдан яҙылыу иғлан иткән инек.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оптимәлләштереү еле гәзитебеҙгә бер нисә тапҡыр ҡағылып үтеп, тағы ла бер тапҡыр беҙгә ҡарата һирпелеп алды. Йәғни, финанс сығымдар менән бәйле гәзитте аҙнаһына бер тапҡыр сығарыу тураһында һүҙ бара. Тап ошо сәбәпле, Рәсәй почтаһы беҙҙең ике ра-йон гәзитен алдан яҙылыу реестрына индермәгән булып сыҡты. Редакцияны был хаҡта бер кем дә яҙма рәүештә лә, телдән дә иҫкәртмәне. Тап шуға ла беҙ гәзит уҡыусылар мәнфәғәтен иҫәпкә алып икенсе ярты йыллыҡҡа осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылһындар тип подписка иғлан иткән инек. Ошондай ҡытыршылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, киләһе ярты йыллыҡта гәзитебеҙҙе әүәлгесә сығарыуҙы һаҡлап ҡалыуға өлгәшә алдыҡ. 2019 йылда был хаҡта йәнә һүҙ ҡуҙғатыуҙары ихтимал. Гәзитебеҙ алдан яҙылыу реестрына индерелмәгәнлектән почта бүлексәләре һеҙҙән подписка ҡабул итмәй, ә дөйөм подписка иғлан ителгәндән һуң быны эшләп буласаҡ. Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡтары

1 апрелдән һуң билдәле була һәм был хаҡта иғлан итәсәкбеҙ. Уңайһыҙлыҡтар өсөн гәзит уҡыусыларҙан ғәфү үтенәбеҙ.


Читайте нас: